05:27 (UTC+5), 06 Февраль 2017

Башҡортостан клубы тәрбиәләнеүсеһе – боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионаты лидеры

Николай Ермоленко
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Өфөнөң «Башҡортостан – Ғ.Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге» тәрбиәләнеүсеһе, хәҙер ЦСКА өсөн сығыш яһаусы Дмитрий Колтаков ике финал этабынан һуң боҙҙа мотоуҙыш буйынса 52-се шәхси донья чемпионатында алдынғы булды. Уның иҫәбендә 37 мәрәй – ғәмәлдәге донъя чемпионы Каменск-Уральскийҙан Дмитрий Хомицевичҡа ҡарағанда берәүгә күберәк.
Икенсе этап еңеүсеһе – Хомицевич, ул һуңғы урауҙа Колтаковты, клубташы Динар Вәлиевты һәм Австрия егете Франц Цорнды уҙҙы. Әммә мәрәй буйынса Колтаковҡа еңелде (18:19), һөҙөмтәлә дөйөм зачетта уны быйылғы Рәсәй чемпионы уҙып китте. Беренсе этаптан һуң ике Дмитрийҙа ла 18-шәр мәрәй ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Анатолий Степанов исемендәге спорт-техник комплексы боҙонда уҙған икенсе этап урындағы «Мега-Лада» көйәрмәндәренең кәйефен боҙҙо: ярымфиналға уның өс уҙышсыһы үтте, әммә береһе лә финал уҙышына сыҡманы һәм еңеүселәр баҫҡысына күтәрелә алманы. 30 мәрәй менән өсөнсө урын яулаусы Даниил Иванов ике этап буйынса – иң яҡшы уҙышсы, ә бына Стәрлетамаҡ егете Игорь Кононов тик бишенселә генә булды. Ысынында иһә, уның мәрәйе дүртенсе урын яулаусы Динар Вәлиев менән бер тиң – икеһендә лә 28-шәр. Етенселә – «Мега-Ладаның» өсөнсө егете Никита Толокнов – 19 мәрәй. Рәсәй уҙышсылары араһында Франц Цорн 23 мәрәй менән алтынсы урында.
Киләһе ике этап – "финал 2" 11-12 февралдә Шадринск ҡалаһында уҙа. Ойоштороусыларҙың ҡарары буйынса, был этаптарҙа ҡырағай карта буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников сығыш яһаясаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика