04:22 (UTC+5), 30 Января 2017

Стәрлетамаҡтан «Каустик» командаһы Рәсәй чемпионатының бронза миҙалдарына яҡынлашты

Николай Ермоленко
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко /. Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов баш ҡаланың «Төҙөүсе» стадионында уҙған Суперлига командалары араһында боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының дүртенсе этабы еңеүселәренә бүләктәр тапшырҙы. Икенсе урын яулаусыларҙы – Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин, өсөнсөнө Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников бүләкләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандан еңеүселәр баҫҡысында тик бер генә команда – ул Стәрлетамаҡтан «Каустик». Өс этапта бер юлы өсөнсө урын яулап, «Башҡортостан – Өфөнөң Ғ.Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәген» ике зачет мәрәйенә уҙып, стәрлетамаҡтар бронза миҙалы өсөн көрәштә үҙ урынын нығытты.
Алдағы көндәрҙәге кеүек, Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһынан «Каменск-Уральский техник спорт төрҙәре үҙәге» командаһының уҙышсылары 37 мәрәй менән еңеү яуланы. Тольяттиҙан «Мега-Лада» йәнә икенсе килде – 34 мәрәй, «Каустик» – 28, боҙ хужалары 20 мәрәй менән финишҡа килеп етте.
Тольяттиҙан Даниил Иванов – иң яҡшы шәхси һөҙөмтә күрһәтеүсе – 14 мәрәй, 13-шәр – Өфө егете Николай Красниковта һәм Динар Вәлиевтә, 11 – Дмитрий Хомицевичта (икеһе лә – Каменск-Уральскийҙан).
Алты этаптың дүртеһенән һуң Суперлига турнир таблицаһын 18 мәрәй менән «Уралтрастром – техник спорт төрҙәре үҙәге» етәкләй. Икенселә – «Мега-Лада» (14 мәрәй), өсөнсөлә – «Каустик» (7), дүртенселә – «Башҡортостан – Өфөнөң Ғ.Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге» (5).
Һуңғы ике этап 25-26 февралдә Тольятти ҡалаһында үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика