Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Ғинуар 2017, 11:36

Өфөлә Суперлига командалары араһында боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионаты уҙасаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 28-29 ғинуарҙа Өфөнөң «Төҙөүсе» стадионында Суперлига командалары араһында боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының өсөнсө һәм дүртенсе этабы уҙасаҡ. Ҡатнашыусылар иҫәбендә – донъяның иң көслө уҙышсылары.
Рәсәй Мотофедерацияһы матбуғат хеҙмәтенең баш белгесе Ирина Горькова хәбәр итеүенсә, быйыл Суперлигаға дүрт команда инә. Бына улар: былтырғы чемпион «Мега-Лада» (Тольятти), былтырғы бронза призеры «Башҡортостан – Ғ.Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге» (Өфө), «Каустик» (Стәрлетамаҡ) һәм «Каменск-Уральск техник спорт төрҙәре үҙәге» (Каменск-Уральск) командалары. Һуңғыһына ғәмәлдәге донъя чемпионы Дмитрий Хомицевич ҡайтҡан. Былтырғы көмөш призер «ЦСКА-Мәскәү» командаһы быйылғы уҙышта ҡатнашыуға ғариза тапшырмаған, шунлыҡтан Рәсәй команда чемпионатында Өфөнөң мотоспорт тәрбиәләнеүсеһе, донъя чемпионы һәм ғәмәлдәге Рәсәй чемпионы Дмитрий Колтаков ҡатнашмаясаҡ, былтырғы миҙгелдә ул Мәскәү өсөн сығыш яһағайны.
Ике этап һөҙөмтәләре буйынса һигеҙ команда мәрәйе менән беренсе урын «Мега-Лада» командаһында, икенсе урынды һигеҙ команда мәрәйе менән «Каменск-Уральск техник спорт төрҙәре үҙәге» биләй, өс мәрәй менән өсөнсө урын Өфө командаһына һәм, шулай уҡ өс мәрәй менән, дүртенсе урын Стәрлетамаҡҡа тейә. Шулай итеп, ярышташ командаларҙа беренсе һәм өсөнсө урын өсөн мәрәйҙәр һаны бер тиң, шуға күрә көйәрмәндәр өсөн Өфөләге мотоуҙышта тамашаның бик ҡыҙыҡлы булыуы көтөлә.
2017 йылдың ғинуар урталарына тиклем Өфөнөң яңы йылда бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарын уҙғара алыуы билдәһеҙ ҡала ине, сөнки ойоштороусы – Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙегенең – бына инде өсөнсө йыл тотороҡло финанслауы юҡ. Ике йыл дауамында Өфөнән ике алдынғы спортсы – Дмитрий Колтаков һәм Егор Мышковец китә. Миҙгел башында күп тапҡыр донъя һәм Рәсәй чемпионы, Европа чемпионы, команда капитаны Николай Красниковҡа ярыштарҙа ҡатнашыуҙан баш тартырға тура килә, ә легендар Өфө клубының хәле һәм спорт эшмәкәрлеге мәсьәләһе икеле ҡала.
Әммә, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Суперлиганың тәүге этаптарында Өфө командаһынан Башҡортостандың һәм Швецияның йәш спортсылары – Иван Чичков, Никита Шадрин, Никита Богданов һәм Ове Лёдстрём лайыҡлы сығыш яһай. Татыу халыҡ-ара спорт ғаиләһе юниорҙары республиканың баш ҡалаһы намыҫын яҡлай, һәм уларҙың сығыш һөҙөмтәләре буйынса, был йәш спортсыларҙы Рәсәй һәм донъя мотоспортының ҙур киләсәге тип шикләнмәйенсә әйтергә мөмкин.
Өфөлә 28 һәм 29 ғинуарҙа уҙасаҡ, өсөнсө һәм дүртенсе этаптарҙа Өфөнөң «Башҡортостан – Ғ.Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге» командаһы тулы хәрби составта сығыш яһаясаҡ. 2016 йылдың декабрендә Рәсәй чемпионатында Иван Чичиковтың йәрәхәтләнеүе сәбәпле алмаштар буласаҡ, ул әле операциянан һуң реабилитациялау үтә. Ове Лёдстрём Өфөгә килә алмай, сөнки тыуған илендә үҙ командаһын яҡлаясаҡ. Өфө командаһы капитаны һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың исемдәре, ярыш регламенттарына ярашлы, уҙыштарға яҡыныраҡ билдәле буласаҡ.
«Каустик» (Стәрлетамаҡ) өсөн киләһе состав билдәләнгән: Европа чемпионы Андрей Шишегов, Алексей Иванов, 2016 йылда Европа чемпионатында икенсе урын яулаусы Дмитрий Солянников, юниорҙар Вадим Свинухов һәм Никита Тарасов.
Тольятти командаһында – донъя чемпионаты лидерҙары – Даниил Иванов һәм Игорь Кононов, 2013 йылда Европа чемпионы Игорь Сәйҙуллин һәм Никита Толокнов.
Каменск-Уральск өсөн 2016 йылда донъя чемпионы – Дмитрий Хомицевич, Динар Вәлиев, 2014 йылда Европа чемпионы Василий Несытых һәм Евгений Шаров сығыш яһаясаҡ.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: