06:30 (UTC+5), 29 Ноября 2016

Башҡортостандың көньяғында донъяның иң көслө мотоуҙышсылары шөғөлләнә

Георгий Шишкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Күмертауҙағы «Шахтер» стадионында Рәсәй йыйылма командаһының боҙҙа мотоуҙыш буйынса уҡыу-күнекмәләре башланды. Унда һуңғы 12 йылда ошо дисциплина буйынса донъя чемпиондары булған спортсылар ҡатнаша, улар араһында быйылғы ҡыштың төп геройҙары ла бар.
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәис Мостафин (Өфө) етәкселегендә уҙғарылған ике күнекмә артта ҡалды.
Донъя чемпиондары Николай Красников (Өфө), Даниил Иванов (Тольятти) һәм Дмитрий Колтаковтан (Ҡурған) тыш, боҙға Игорь Кононов, Игорь Сәйҙуллин, Никита Толокнов (Тольятти), Эдуард Крысов, Динар Вәлиев, Евгений Шаров (Каменск-Уральск), Дмитрий Солянников (Стәрлетамаҡ) һәм Иван Чичков (Өфө), шулай уҡ күнекмәләргә саҡырылған, әммә йыйылма командаға инмәгән Василий Несытых (Каменск-Уральск), Өфөнән Никита Шадрин һәм швед Ове Ледстрем сыҡты. Ғәмәлдәге донъя чемпионы Дмитрий Хомицевич (Каменск-Уральск) бер аҙ һуңланы, сөнки уҙған ял көндәрендә ул Берлинда Халыҡ-ара мотоциклет федерацияһының гала-концертында ҡатнашты.
Рәсәй йыйылма командаһы өсөнсө йыл инде Башҡортостандағы иң көньяҡ ҡаланың боҙонда күнекмәләр үткәрә. Бында боҙ төньяҡтараҡ урынлашҡан ҡалаларға ҡарағанда иртәрәк барлыҡҡа килә. Быға тиклем Алыҫ Көнсығышҡа, совет осоронда — Воркута, Нефтеюганск ҡалаларына, ҡайһы берҙә Алматыға барғандар. Баҡһаң, сифатлы боҙҙо республикала ла әҙерләйҙәр икән. Иҡтисади көрсөк осоронда был бик мөһим. Уҙышсылар Күмертауҙан Наил Ғәлиәкбәровҡа, Рәсәйҙең экс-чемпионы һәм донъяның вице-чемпионы, «Вымпел» спорт әҙерлеге үҙәге директоры Ринат Хәйретдиновҡа бының өсөн рәхмәт белдерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика