05:05 (UTC+5), 28 Апреля 2015

Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашты

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 27 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы уйынсылары һәм тренерҙар штабы менән осрашты. Улар уҙған аҙнала һуңғы дүрт йылда өсөнсө тапҡыр Юғары хоккей лигаһының төп бүләгенә – Братина кубогына лайыҡ булды.
– Уйынды ҡараным, был көндө Нефтекама ҡалаһына бара алмауыма бик үкендем. Әлбиттә, һеҙ бик яҡшы уйнанығыҙ. Мин яҡындарым менән бергәләп шатландым. Һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине Рөстәм Хәмитов.
Осрашыуҙа хоккей миҙгеленең йомғаҡтары, шулай уҡ «Торос» хоккей клубының үҫеш перспективалары һәм алдағы осорға пландар тикшерелде. Клуб етәкселеге һәм уйынсылар республика Башлығына «Торос» клубына һәм республика хоккейына күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте. Рөстәм Хәмитов, «Торос» хоккейсыларҙың яңы быуынын әүҙемерәк тәрбиәләһен, тигән теләк белдерҙе.
– Нефтекамала хоккейҙы үҫтерергә кәрәк. Спорт мәктәбе эшләргә тейеш. Бер аҙҙан хоккей интернаты тураһында ла уйларға мөмкин. Беҙ Нефтекаманың спорт ҡалаһына әүерелеүен теләйбеҙ, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
1988 йылда Нефтекамала «Торпедо» исеме аҫтында «Торос» хоккей клубы ойошторола. «Торос» хоккей клубына юғары һәм беренсе лигала уйнаусы «Торос» һәм «Батыр» командалары, шулай уҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе инә. Быйыл «Торос» Ижевскиҙың «Ижсталь» командаһын 4:2 иҫәбе менән еңеп, Юғары хоккей лигаһы тарихында беренселәрҙән булып өс тапҡыр Братина кубогына лайыҡ булды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика