09:09 (UTC+5), 19 Марта 2014

Өфө аэропортында Башҡортостан спортсыларын ҡаршы алдылар

Эльмира Сабирова
Бөгөн иртә таңдан Өфөгә Сочиҙа ҡышҡы Паралимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Азат Ҡарасурин, Александр Давидович, шулай уҡ уларҙың тренерҙары ҡайтты.
Паралимпсыларҙы, чемпиондар кеүек кенә түгел, ә ысын батырлыҡ эшләүсе кешеләр һымаҡ ҡаршы алдылар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй паралимпсылары яулаған 80 награданың етәүһе Башҡортостан спортсылары иҫәбендә.
Туғандары, дуҫтары һәм көйәрмәндәре менән бергә Уйындар чемпиондарын һәм призерҙарын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Республика башлығы Сочиҙа Олимпия һәм Паралимпияла Башҡортостан спортсылары еңеүҙәре хөрмәтенә ҙур байрам әҙерлеге тураһында һөйләне. Күҙаллау буйынса, сара яҡын ваҡытта Өфөнөң Спорт һарайында уҙасаҡ. Унда шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылмаһы ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Шулай уҡ спорт делегацияһын ҡаршы алырға аэропортҡа БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, спортсыларҙың туғандары һәм яҡындары, ауылдаштары, киң мәғлүмәт саралары һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының волонтерҙар үҙәге вәкилдәре килгәйне.
Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә, триумфаторҙарҙың ҡайтыуҙарына махсус рәүештә Шишмә һәм Мишкә райондарының бейеү ансамблдәре ҡатнашлығында ижади программа әҙерләнгәйне, тип өҫтәнеләр. Артабан спортсылар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай итеп, мәҫәлән, алтын һәм бронза миҙалдары эйәһе Кирилл Михайлов: «Өйҙә йылы мөнәсәбәт һиҙелә. Ныҡ һағындыҡ. Ватаныбыҙҙа 2-3 ай булманыҡ, туғандарыбыҙ менән телефон буйынса йәки интернет аша аралаштыҡ. Бөтә республика һәм тотош Рәсәй халҡының ярҙамы тойолдо. Барыһына ла ҙур рәхмәт», тип билдәләне.
Паралимпия уйындары дебютанты, Сочиҙа чемпион һәм бронза призеры Азат Ҡарасурин өҫтәне: «Тренерҙар беҙҙе стартҡа ныҡлы әҙерләне. Тик тулҡынланыуҙы еңеп сығырға кәрәк ине. Яҡын көндәрҙә ял итәсәкмен, туғандарым менән аралашасаҡмын. Уларҙы ныҡ һағындым».
Паралимпсыларҙы ҡаршы алғас бер нисә сәғәттән һуң Ватанға шорт-трек буйынса олимпия чемпионы Руслан Захаров ҡайтты. Ул ике ай самаһы өйҙә булманы. Уйындарҙан һуң шунда уҡ ул Рәсәй йыйылмаһы составында Монреалгә донъя чемпионатына юлланғайны.
- Беҙ ҙур физик эш башҡарҙыҡ. Беҙҙең еңеү – бәхетле осраҡ түгел, ә оҙаҡ һәм ныҡышмалы күнегеүҙәр һөҙөмтәһе. Дүрт йыллыҡтың төп спорт старттары алдынан беҙ әҙерләндек һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттек. Ә, билдәле булыуынса, үҙебеҙҙең Олимпияла еңеү – ул һәр спортсы хыялы. Беҙ бәхетле һәм ҡәнәғәт. Беҙгә әҙерәк ял итергә һәм инде яҡшы тәьҫораттар менән артабан да күнегеүҙе дауам итергә кәрәк, — тине олимпия чемпионы.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика