14:16 (UTC+5), 18 Сентября 2026

Башҡортостанда 100 йәшлек инәй һайлауҙа тауыш бирҙе

Фото: Хәйбулла хәбәрҙәре | https://haibh.ru/

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан 100 йәшлек тыл хеҙмәтсәне Файза Бикбова һайлауҙың тәүге көнөндә үк тауыш бирҙе. Урындағы һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре уның өйөнә килде. Файза Файзрахман ҡыҙы йәш быуынға бәхетле тормош, Тыуған илебеҙгә именлек теләне.

Файза Бикбова — тыл ветераны, «Әсәлек даны» ордены кавалеры. Уның 82 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре һәм тыуа-тыуасары бар. Ауылдаштары һөйләүенсә, ул тәбиғәт матурлығына һоҡланып, тирә-яҡтағы хозурлыҡты күреп, үҙ аяҡтарында атлап йөрөй алғанына ҡыуанып, һәр атҡан таңға шөкөр итеп йәшәй. Күҙҙәре һаман да үткер инәйҙең, әле булһа ла гәзит-журналдарҙы күҙлекһеҙ уҡый.

Хәйбулла районында бөтәһе 21 мең самаһы кеше һайлау хоҡуғына эйә, уларҙың 400-ҙән ашыуы тәүге тапҡыр тауыш бирә. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ҡаты сирлеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булған кешеләр өйҙә тауыш бирергә мөмкин.

Май айында Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Файза Бикбованың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләүе хаҡында яҙғайныҡ.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика