

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан Фәйза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Район башлығы Рөстәм Шәрипов тыл эшсәнен күркәм ғүмер байрамы менән ҡотланы.
Фәйза Фәйзрахман ҡыҙы 1926 йылдың майында Аҡъегет ауылында тыуған. Уның бала сағы һәм йәшлеге ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бәләкәйҙән үгеҙ менән ер ҙә һөрә, бесәнен дә эшләй. Атаһы фронттан әйләнеп ҡайтмай. Әммә ул бер ваҡытта ла бирешмәй, ауырлыҡтар уның холҡон сыныҡтыра ғына, тип билдәләне Рөстәм Шәрипов.
Файза Фәйзрахман ҡыҙы тормош иптәше менән 10 бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн йөҙйәшәр инәйҙең 82 ейән-ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәре бар.
«Файза инәй бөгөн улы Мансур, килене Әҡлимәнең тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Хәтере, зиһене шәп, үҙ аллы көндәлек эштәрҙе башҡара, үҙе гәзит-журналдар уҡый. Ауыр бала саҡ, йәшлек йылдарын хәтерләп, бөгөнгө күркәм тормошо өсөн рәхмәттәр әйтеп доға ҡыла. Файза Фәйзрахман ҡыҙы — беҙҙең райондың ғорурлығы», — тип билдәләне Рөстәм Шәрипов.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.