
Башҡортостандың яңы пилотһыҙ системалар батальонына хәрбиҙәр туплау башланды. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, яңы батальон төҙөү тәҡдиме менән хәрби частарҙың береһендә хеҙмәт итеүсе һалдаттар мөрәжәғәт иткән.
«Мин был башланғысты хупланым. Ни өсөн? Беҙҙең егеттәр араһында пилотһыҙ системалар батальонында хеҙмәт итергә теләүселәр күп — был яңы элиталы ғәскәр, беҙҙең армияның киләсәге. Ә башҡорт батальондарын төҙөү тәжрибәһе күрһәтеүенсә, был беҙҙең ярҙамды һөҙөмтәлерәк итә. Беҙ даими рәүештә һалдаттарға хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн бөтә кәрәкле ярҙамды ташыйбыҙ. Беҙҙең егеттәрҙе тыуған ерҙән алыҫта яҡташлыҡ тойғоһо берләштерә», — тине Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, яңы хәрби подразделение бөтә төр льготалар һәм ярҙам саралары менән тәьмин ителәсәк.
«Хеҙмәткә юлланыр алдынан уларға уҡып сығырға кәрәк буласаҡ. Яңы батальонға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәреев исеме биреләсәк. Әгәр һеҙ уға ҡушылырға ҡарар итһәгеҙ, Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Батальонға яҙылыу буйынса һорауҙарҙы +7 995 948 65 41 телефон һандарына шылтыратып белешергә мөмкин», — тип уртаҡлашты Башлыҡ.
Бынан алда ВСУ-ның дрондар менән идара итеү пунктын ҡыйратҡан яҡташ яугир хаҡында яҙғайныҡ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.