Әбйәлил районынан Наил Зәйнуллин танылған белорус йырсыһы Илия Федорцова менән яңы йыр өҫтөндә эшләй. Сығышы Рысҡужа ауылынан булған музыкант 15 йәшендә үк электрон музыка менән ҡыҙыҡһына башлай, бөгөн ул халыҡ-ара артистар менән хеҙмәттәшлек итә.
Наилдың Ильия Федорцова менән берлектә яҙған тәүге йыры музыка майҙансыҡтарында 1,5 миллиондан ашыу кешенең һөйөүен яулаған.
«Мин социаль селтәрҙә Илияның йырлағанын ишетеп ҡалдым. Тауышы бик матур, оҡшаны, шунда уҡ уға бергә йыр яҙып ҡарарға тәҡдим иттем. Мин уның тауышына тап килтереп яңы музыка яҙҙым һәм үҙенә ебәрҙем. Илия уны бик оҡшатты. Беҙ хәҙер икенсе композиция өҫтөндә эшләйбеҙ. Илия — бик талантлы һәм билдәле ҡыҙ, Billboard һәм Vogue журналдары уның хаҡында яҙған, шулай уҡ йырсы Netflix-тың документаль фильмында ла төшкән», — тип һөйләне Наил.
Наил Зәйнллин — проекттың композиторы ла, продюсеры ла. Шул уҡ ваҡытта ул үҙешмәкәр композитор булыуын, музыкаль һәләт ата-әсәһенән бирелеүен телгә алды.
«Минең ата-әсәйем — ижади кешеләр. Әсәйем йырлай, атайым бейей, мин дә мәктәптә башҡорт милли бейеүҙәрен башҡара торғайным. Атай-әсәйем өйгә фортепиано һатып алып ҡайтҡас, музыка менән ҡыҙыҡһыныуым тағы ла көсәйҙе. Миңә алты йәш ине, шунда уҡ фортепианоны үҙләштерҙем. Атай-әсәйем мине Асҡарҙағы сәнғәт мәктәбенә уҡырға бирҙе, ләкин икенсе дәрестән һуң уҡ уны ташланым. 15 йәшемдә телевизорҙа электрон музыкаға арналған фильм күреп ҡалдым. Шунда илһамланып киттем һәм яңы йүнәлеш менән ҡыҙыҡһына башланым. Музыка яҙыу өсөн программалар күсереп алдым, нимәлер әтмәләйем дә, сығарып ҡарайым. Әлбиттә, тәүҙән үк барыһы ла шыма килеп сыҡманы. Киләсәктә үҙемдең эштәремә башҡорт көйҙәрен дә өҫтәргә теләйем», — тип һөйләне Наил.
Бынан алда AY YOLA төркөмө проекттың уңыш серен асты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.