08:41 (UTC+5), 26 Июня 2026

Өфөнән «ӘЙ ЙОЛА» артистары төркөмдөң уңыш сере һәм яңы проекты хаҡында һөйләне

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмө III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында сығыш яһаны.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»
Инсаф Хужабирганов
«Беҙҙең һәр йыр дөрөҫ юл һайлау тураһында. Беҙ күптән бишек йыры яҙҙырыу тураһында хыялландыҡ, әлеге ваҡытта әҙерләйбеҙ, — тип уртаҡлашты төркөмдөң музыканты Руслан Шәйхитдинов. — Тиҙҙән ишетерһегеҙ тип ышанам».

Беҙҙең уңыш сере — ихласлыҡта, ти музыканттар. Улар һәр йырын «Урал батыр» эпосы буйынса мюзикл итеп күрә.

1 из 5
«Беҙҙең сер — асыҡ күңел менән эшләүебеҙҙә, кешеләр быны бик ныҡ тоя. Нимәлер ысын күңелдән эшләнһә, ул йөрәктәргә барып етә, — тип билдәләне музыкант. — Һуңғы йылда беҙ илдең төрлө ерҙәрен урап сыҡтыҡ, беҙҙең концерттарыбыҙҙы яңы атларға өйрәнгән сабыйҙар ҙа, 80 йәшлек ҡарттар ҙа тамаша ҡылды».

Музыканттар Башҡортостандағы иң яратҡан урындары хаҡында һөйләне. Төркөмдөң солисы Адель Шәйхитдинова Ирәмәлгә күтәрелергә яратыуын һөйләне, ҡыҙ шулай уҡ Өфөлә Салауат Юлаев баҡсаһындағы аҫылмалы күперҙә йыш ял итә. Бынан тыш, йырсылар Салауат Юлаев һәйкәленең тарихи урынына ҡайтарылыуын түҙемһеҙлек менән көтөүҙәрен билдәләне.

Музыканттар балаларға ата-әсәһен тыңлауын, хөрмәт күрһәтеүен теләне.

Бынан алда «ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң икенсе клибын 5 көндә 1 миллион кеше ҡарауы хаҡында яҙғайны.

1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика