Стәрлетамаҡта йәшәүсе Фәзғиә Зиятдин ҡыҙы Кәлимуллина йөҙ йәшен тултырҙы, тип хәбәр иттеләр ҡала мэрияһында.
Билдәле булыуынса, ул ғүмере буйына тимер юлында эшләй, Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы осорҙоң бар ауырлығын үҙ иңендә татый. Фәзғиә Кәлимуллина тыуған көнөн туғандары һәм яҡындары менән ҡаршылай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Миңлеғаян инәйгә 104 йәш тулды.