

Район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров Шишмәлә йәшәгән Миңлеғаян Вәлиеваны 104 йәше тулыуы менән ҡотланы.
Миңлеғаян Әбделнәғим ҡыҙы Благовар районында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Бәләкәй сағында әсәһе фажиғәле һәләк була, ә атаһына кулак мөһөрө тағыла, йорто һәм хужалыҡ ҡаралтылары тартып алына. Ғаилә 10 йыл ер өйҙә йәшәргә мәжбүр була.
Оҙон ғүмерле инәйҙең йәшлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ул элеваторҙа йөк ташый, мейескә яғыу өсөн торф әҙерләй, тимер юлдарында ла эшләй, юлдар һала.
25 йәшендә кейәүгә сыға, тормош иптәше менән өс бала, ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙер улар барыһы ла әсәһе янында, Шишмәлә йәшәй. Миңлеғаян инәй ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре һөйөүенә солғанып, иғтибарын тойоп, лайыҡлы ғүмер кисерә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-15/zhitelnitse-bashkirii-ispolnilos-104-goda-4538426
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.