Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ғинуар , 15:37

Башҡортостандың финанс эксперты хыялға нисек аҡса тупларға кәңәш бирҙе

Яңы йыл – яңы маҡсаттар. Күптәр сәғәт телдәре 12-не һуҡҡанда хыялдар исемлеген һәм алдағы 365 көнгә пландар төҙөй.

Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Әгәр теләкте тормошҡа ашырыу өсөн аҡса ғына кәрәк икән, тимәк, был хыял түгел, ә маҡсат, уға аҡса тупларға ғына кәрәк. Нисек? Финанс эксперты Булат Нагаев «Башинформ» уҡыусыларына, килем кимәленә ҡарамайынса, тормошта еңел генә ҡулланырға мөмкин булған кәңәштәр бирҙе.

Хыял күпме тора?

Иң башта бының өсөн талап ителгән сумманы билдәләргә кәрәк. Аныҡ маҡсат булһа, уға өлгәшеү юлдарын табыуы күпкә еңелерәк. Шуға күрә теләкте аныҡ билдәләү мөһим, мәҫәлән, «Мальдив утрауҙарында ял итеү өсөн аҡса йыйырға теләйем» йәки «яңы телефон алыу өсөн аҡса тупларға теләйем». Теләктәрҙән сығып, был хыялдың күпме тороуы һәм уны күпме ваҡыт эсендә бойомға ашырырға мөмкин икәне билдәле була.

Маҡсаттарҙы уларға ирешеү ваҡыты буйынса бүлеү ҙә мөһим: өс йылға тиклемге пландар – ҡыҫҡа ваҡытлы, өс йылдан ете йылға тиклемгеләре – урта сроклы, ете йылдан ашыуыраҡтары оҙайлы тип иҫәпләнә. Әгәр ҙә өс йылда маҡсатҡа ирешеү мөмкинлеге бар икән, инвестиция ҡоралдарын ҡарарға ярамай, йыйған аҡсаны йәки депозитты ҡулланыу ҙа етә.

Теләктәрҙе яҙғас, мөһимдәрен асыҡлау зарур. Бер йылдан күберәк ваҡыт талап ителгән маҡсат өсөн инфляцияны иҫәпкә алырға кәрәк: һеҙ аҡса йыйғансы, хыял ҡиммәтләнә. Тимәк, күберәк сумма һалырға кәрәк. Бөгөнгәсә хыялығыҙҙың хаҡы нисек үҙгәргәнен ҡарағыҙ. Хаҡтың йылына уртаса 10% артыуын иҫәпкә алығыҙ. 

Аҡса иҫәп ярата

Хәҙер, сумманы һәм ваҡытты билдәләгәс, ай һайын күпме аҡса һалып барырға кәрәклеген аңлау өсөн килемде һәм мотлаҡ сығымды анализлау мөһим.

Финанс белеме үҙәге эксперты Булат Нагаев сығымдарға ентеклерәк ҡарарға кәңәш бирә. Мотлаҡ һәм даими булмаған түләүҙәрҙе (мәҫәлән, ял итеү өсөн сығымдар, өйҙән ситтә туҡланыу, эмоцияларға бирелеп һатып алыу) билдәләргә. Артабан артыҡ сығымдарҙы табыу. Төрлө онлайн-сервистарға яҙылыуҙы, элемтә һәм интернет тарифтарын яңынан ҡарағыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, бюджеттың бер өлөшөн һиҙҙермәй генә «ашаған», әммә шул уҡ ваҡытта файҙа килтермәгән сығымдарҙан баш тартырға кәрәк. Әгәр уларҙы ҡыҫҡартһаҡ, йәшәү сифаты бик үҙгәрмәй.

Бынан тыш, бюджетты алдан планлаштырырға, үҙеңә ниндәйҙер мотлаҡ булмаған сығымдар лимитын билдәләргә мөмкин.

Копилкамы әллә онлайн?

Аҡсаны төрлө ысул менән тупларға була. Бала саҡтағы кеүек копилкаға йәки ай һайын күпмелер сумманы конвертҡа һалып ҡуйырға мөмкин. 

Эксперт кәңәштәре: хыял өсөн тип йыйылған аҡсаның яҡында ғына булыуы үҙенә ымһындырып тора. Уны тиҙ генә алып тотоноуы ла еңел. Шуға күрә уны үҙеңдән һаҡларға кәрәк. Мәҫәлән, аҡсаны ватып ҡына алырға мөмкин булған копилка һайлау. Ә иң яҡшыһы -  даими күсереү мөмкинлеге һәм аҡсаны алыу өсөн сикләү булған банк иҫәбен асыу.

Үҙҙәре аҡса эшләһендәр!

Аҡса тик ятмаһын, ә аҙ булһа ла килем килтерһен өсөн тупланма иҫәп асыу һәм аҡсаны шунда һаҡлау яҡшыраҡ. Хатта ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аҙ булһа ла килем килтерә. Маҡсатҡа табан тағы бер аҙым.

Эксперт кәңәштәре: әгәр тупланма суммаһы ҙур булһа, уларҙы бер нисә вкладҡа урынлаштырыу яҡшыраҡ, шул рәүешле вкладтың суммаһы процент менән бергә 1,4 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Был банктың лицензияһы тартып алынған осраҡта аҡсаны юғалтмаҫҡа мөмкинлек бирә: әлеге сумма Вкладтарҙы страховкалау агентлығы тарафынан һаҡлана.

Әгәр маҡсатҡа өлгәшеү өсөн өс йылдан ашыу ваҡыт кәрәк икән, акциялар йәки облигациялар һатып алырға мөмкин. Төп ҡағиҙә –  тикшерелгән финанс инструменттарын ғына һайлау. Шуны иҫтә тотоу мөһим: потенциаль килем ни тиклем юғары булһа, аҡсаны юғалтыу хәүефе лә шул тиклем юғары. Инвестиция һалыр алдынан, был мәсьәләне ныҡлап өйрәнегеҙ, мәҫәлән, Рәсәй банкы сайтында бушлай курстар үтегеҙ.

Шулай уҡ финанс мутлашыусыларына эләгеү хәүефе тураһында ла оноторға ярамай. Башинформ мутлашыусыларҙың ниндәй алдау схемаларын йышыраҡ ҡулланыуы тураһында яҙғайны.

Планлаштырылмаған килемде лә хыял өсөн һалып ҡуйырға

Әгәр аҡса бүләк итһәләр йәки эштә премия бирһәләр, сумманы хыялға тип һалып ҡуйыу яҡшыраҡ. Йыш ҡына кешелә көтмәгәндә килеп ингән аҡсаны тотоноу теләге тыуа.  «Бер минутлыҡ эмоциялар менән» һатып алынған әйбер күп шатлыҡ килтермәй. Шуға уны хыял өсөн ҡалдырыу яҡшыраҡ.

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас