Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
60.86
+0.01
-14 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2025, 12:41

Ярҙам яҡында: 2025 йылда Башҡортостан медицинаһы ниндәй уңыштарға өлгәште

Медицина ярҙамын тәьмин итеү республика өсөн үтә мөһим бурыс булып ҡала. 2025 йылда һаулыҡ һаҡлауҙа ниндәй мөһим аҙымдар яһалды, был турала «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Көтөлгән ғүмер оҙайлығын арттырыу Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора.

БЫНДА ДАУАЛАЙҘАР

Һис шикһеҙ, Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын асыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булды. Уны асыу тантанаһында Рәсәй президенты Владимир Путин онлайн форматта ҡатнашты.

«Әлбиттә, ҡан тамырҙарына, йөрәккә ошондай ҡатмарлы операциялар яһалған Республика кардиология үҙәгенең ун ҡатлы хирургия корпусы — республикала ла, тотош илдә лә медицинаны үҫтереү йәһәтенән бик әһәмиәтле», — тине дәүләт башлығы.

Төҙөлөш эштәре 2019 йылда уҡ башланды һәм тулыһынса республика бюджеты иҫәбенә алып барылды, был иһә 10,7 миллиард һумдан ашыу. Яңы корпуста диагностика кабинеттары менән ҡабул итеү бүлеге, поликлиника, реанимация менән 10 операция блогы, рентгенохирургия һәм кардиохирургия бүлексәләре, административ блок һәм дарыухана-бүлеү пункты бар.

Мәҫәлән, кардиология үҙәгенең яңы корпусында иң өлкән пациентҡа – 99 йәшлек олатай табиптар коронар стент ҡуйған. Иң йәше — тыумыштан йөрәк сирле ете көнлөк сабый. Асылғандан алып кардиохирургтар бөтәһе 7,3 меңдән ашыу кешегә операция эшләгән.

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Яңы йыл алдынан Асҡын ауылында балалар һәм өлкәндәр өсөн яңы заманса поликлиника асылды. Уның дөйөм майҙаны – 4 мең квадрат метрҙан ашыу. Поликлиника сменаһына 250-гә яҡын тиклем пациентты ҡабул итергә һәләтле.  «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә төҙөлдө. Тантанала видеобәйләнеш аша Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнашты.

Татьяна Голикова Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштарын юғары баһаланы.

«Ыңғай үҙгәрештәр бар. Быға инфраструктураны үҫтереү, тармаҡҡа яңы белгестәр йәлеп итеү һөҙөмтәһендә өлгәшелде. Мин дә 2025 йылдың 10 айы йомғаҡтары буйынса һеҙҙә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарының кәмеүен күрәм. Был иһә халыҡтың һаулығын нығытыуға тос өлөш индереү. Әммә бурыстар бик күп, беҙ уларҙы хәл итергә тейешбеҙ», – тине Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ла Башҡортостанда милли проекттарҙың сифатлы һәм яуаплы тормошҡа ашырылыуын билдәләп үтте.

Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда уҙып барған йылда алты медицина учреждениеһы төҙөлөшө дауам итте. Асҡын ауылынан тыш, Учалыла һәм Яңауылда яңы поликлиникалар асылды.

Икенсе йыл рәттән Өфөлә Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән башланған төбәк программаһы буйынса поликлиникаларҙы ремонтлау эштәре башҡарыла. 2025 йылда Өфө поликлиникаларының ике филиалы, Ғөбәйҙуллин урамындағы 48-се поликлиника (эштәрҙең хаҡы 100 миллион һум) һәм Нежинская урамындағы 8-се дауахана эргәһендәге поликлиникалар (50 миллион һум) яңыртылды. 2030 йылға тиклем баш ҡалала бөтәһе 118 балалар һәм өлкәндәр өсөн медицина учреждениеһын яңыртыу бурысы тора.

Рәсәй президенты Владимир Путин кардиоүҙәкте асҡанда ауылдарҙа урынлашҡан ФАП-тарҙы онотмаҫҡа кәрәклеген әйтте.

«ФАП-тар тураһында онотмауығыҙҙы һорайым, был бәләкәй тораҡ пункттарҙа йәшәгән миллионлаған граждандарыбыҙға ҡағыла, ҡайһы берҙәрендә фельдшерҙан башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре юҡ. Шуға күрә ремонт эштәрен дауам итергә, яңы ФАП-тар төҙөргә, белгестәр йәлеп итергә, улар өсөн тейешле шарттар булдырырға кәрәк, тәү сиратта торлаҡ, һеҙ был хаҡта ла яҡшы беләһегеҙ», — тине дәүләт башлығы.

Быйыл ғына Башҡортостан ауылдарында 134 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килде. Ә 2030 йылға тиклем беренсел звеноны яңыртыу программаһы сиктәрендә бөтәһе 400 медпункт алмаштырыу планлаштырыла.

Әйткәндәй, беҙҙең республика фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны буйынса алдынғы урынды биләй. Һуңғы биш йылда Волга буйы федераль округында ҡуйылған модулле ФАП-тарҙың 50% тиерлек (1500-ҙөң 700-ө) беҙҙә. Йәғни, Башҡортостанда һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылған.

ДАУАЛАУСЫЛАР БАР

Әлбиттә, табиптар булмаһа, медицина учреждениеларынан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Шуға күрә республикала һаулыҡ һаҡлауҙа кадрҙар мәсьәләһе планлы һәм эҙмә-эҙлекле хәл ителә. Был йәһәттән «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» һәм «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программалары ярҙамға килә.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан 2025 йылға земство программаларын тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә рәүештә 117 миллион һум алды. Был иһә тағы 94 табипҡа һәм 28 медицина хеҙмәткәренә декабрҙә 500 меңдән 1,5 миллион һумға тиклем аҡса алырға мөмкинлек бирҙе. Рәсәйҙең Финанс министрлығы өсөнсө йыл рәттән Башҡортостанда программаны өҫтәмә финанслау тураһында ҡарар ҡабул итә, сөнки төбәк бүленгән дотациялар иҫәбенә кадрҙар йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле эш алып бара. Республикабыҙ «ауыл табиптарына» түләүҙәр буйынса 5 төбәк иҫәбенә инде. Йыл башынан алып 129 белгес 144,5 миллион һумдан ашыу аҡса алды.

Тыуған яҡта эшләһендәр, уҡыһындар өсөн Башҡортостанда башҡа төбәктәр менән сиктәш райондарҙа медицина колледждарының филиалдары асыла. Мәҫәлән, сентябрҙә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында медицина колледжы филиалы үҙ ишектәрен асты. «Шәфҡәт туташы эше» һөнәре буйынса беренсе төркөмгә 25 кеше ҡабул ителде.

Шулай итеп, хәҙер республикала туғыҙ медицина колледжы һәм алты филиалы эшләй – Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Учалыла, Күмертауҙа, Мәсәғүттә, Аҡъярҙа. Медицина колледждары селтәре тотош төбәкте тиерлек үҙ эсенә ала, тип билдәләнеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Уларҙа 8,5 меңгә яҡын буласаҡ шәфҡәт туташы һәм фельдшер уҡый. Хәҙер республикала 1,8 мең самаһы урта медицина хеҙмәткәре талап ителә.

Башҡарылған эш үҙ емештәрен бирҙе лә инде. 2025 йылдың йәйендә Нефтекама, Учалы, Октябрьский һәм Мәсәғүт филиалдары тәүге белгестәр әҙерләп сығарҙы. «Шәфҡәт туташы эше» йүнәлеше буйынса 142 белгес дипломлы булды.  

Шулай итеп, республика һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһын яҡшыртыу һәм кадрҙар менән тәьмин итеү өҫтөндә әүҙем эшләй.

Аҡъяр филиалы студенттары
Фото: Аҡъяр филиалы студенттары

Профилактика – һаулыҡ нигеҙе

Әгәр кешеләр һаулығын ҡайғыртмаһа, бар тырышлыҡ юҡҡа сыға. Республика халҡының үҙ сәләмәтлегенә аңлы мөнәсәбәтен формалаштырыу өсөн 2025 йылда профилактик медицина әүҙем үҫеште.

Ауылдарҙа йәшәүселәрҙең һаулығын урында тикшереү мөмкинлеге булды. 2019 йылдан алып йыл һайын республика буйлап «Сәләмәтлек поездары» йөрөй.

Составта – күсмә флюорографтар һәм маммографтар, мобиль ФАП-тар, һаулыҡ үҙәктәре, шул иҫәптән балалар өсөн, Республика кардиология үҙәге кардиомобиле, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика комплексы, Өфөнөң 21-се дауаханаһының «Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы» күсмә модуле. Ауыл халҡын тар йүнәлешле белгестәр: терапевтар, хирургтар, онкологтар, гинекологтар, кардиологтар, офтальмологтар, урологтар, неврологтар, стоматологтар, эндокринологтар һәм башҡалар. Алдан яҙылырға кәрәкмәй.

Йәйге миҙгелдә табиптар бригадаһы 365 тораҡ пунктта булған, 40 меңдән ашыу пациентты тикшергән, 4 меңдән ашыу яман шеш, шәкәр диабеты, туберкулез һәм юғары ҡан баҫымы осраҡтарын асыҡлаған.

«Күсмә бригадаларҙың һәм тар йүнәлешле белгестәрҙең эшләүе, шулай уҡ йыл һайын «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһын ойоштороу алыҫ райондарҙа ла сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә», – тип билдәләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / Архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / Архив

Башҡортостан ҡалаларында ла хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын тикшереү мөмкинлеге бар. Улар өсөн сәнәғәт диспансеризациялары үткәрелә.

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте. Уның сиктәрендә федераль медицина үҙәге республика онкология диспансерҙары менән бергә «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе», «Башҡортостан сода компанияһы» «Салауатбыяла» эшселәренә скрининг үткәрҙе. Табиптар бригадаһы 600-ҙән ашыу кешене тикшерҙе. 

Быйыл Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Диспансеризация төнө» уҙғарылды. Акция Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһы поликлиникаһында үтте. Табиптар киске һигеҙҙән төн уртаһына тиклем ҡабул итте.

Башҡортостандың «Диспансеризация төнө»н үткәреү тәжрибәһе федераль кимәлдә билдәләнде.

 Шулай итеп, һәр кемдең сифатлы һәм уңайлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге булһын өсөн республика 2025 йылда һаулыҡ һаҡлау системаһын яҡшыртыу өҫтөндә әүҙем эшләне.

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас