Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2025, 16:51

Башҡортостан журналистары «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары»нда ҡатнаша

Ләйсән Закирова / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ләйсән Закирова / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Беҙҙең республиканы «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ләйсән Закирова, БСТ журналисы Илдар Байбулатов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто хеҙмәткәре Марсель Байдәүләтов һәм «Әбйәлил» гәзите мөхәррире Таңсулпан Йомағужина күрһәтә. 

Бөгөн, 18 декабрҙә, Мәскәүҙә Президент хакимиәтендә аккредитация биреү башланды. Аккредитация үҙәге асылғандан алып федераль, төбәк һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бейдж алыу һәм мотлаҡ ПЦР-тест үтеү өсөн сиратҡа баҫты.

Тура бәйләнештә ҡатнашыусыларҙы ковидҡа ғына түгел, шулай уҡ ОРВИ һәм грипҡа тикшерҙеләр.

«Йыл йомғаҡтары» тапшырыуында ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә бейдждар менән бергә бүләктәр тапшырҙылар. Комплектта программаның логотибы төшөрөлгән портфель, ручка, блокнот һәм 2026 йылға «Россия в авангарде» тип яҙылған календарь бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты иртәгә, 19 декабрҙә, журналистарҙың һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-18/zhurnalisty-iz-bashkirii-primut-uchastie-v-itogah-goda-s-vladimirom-putinym-4513054

Читайте нас