Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.09
0
88.7
0
63.75
+0.49
-1 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь , 16:42

Башҡортостанда ер аҫтын файҙаланыусы компания янғында зыян күргән балаға ярҙам иткән

Сергей Седегов «Салаватское» компанияһы матбуғат хеҙмәтенән
Фото: Сергей Седегов / «Салаватское» компанияһы матбуғат хеҙмәтенән

Әбйәлил районының Ҡушый ауылында былтыр булған ҡот осҡос янғынды республикабыҙҙа күптәр хәтерләйҙер. Газ плитаһы шартлауы арҡаһында күп балалы Исламғоловтар ғаиләһе йортһоҙ ҡалды. Был ваҡытта әсә кеше өс балаһы менән өйҙә була, йөклө ҡатын сабыйҙары менән мөғжизә менән иҫән ҡала. 

Иң ауыр йәрәхәттәрҙе ғаиләләге өлкән сабый — өсөнсө класс уҡыусыһы Нурзилә ала. Быйыл йәй ул Әбйәлил районындағы «Салауат» ойошмаһы ярҙамы менән ике тапҡыр ҡиммәтле реабилитация үтә һәм яңынан атларға өйрәнә.

«Ул көндә, 2024 йылдың 25 мартында, мин Силәбе өлкәһендә эштә инем. Иретеп йәбештереүсе булып эшләйем. Кис дуҫтарым шылтыратып, өйөбөҙ янып китеүе хаҡында әйтте. Ҡатыным йөклө, балалар өйҙә ине. Шул төндә үк юлға сыҡтым, өс сәғәттән инде дауаханала ултыра инем. Газ плитаһы шартлап, балаларҙың береһе диван менән бергә урамға килеп сыҡҡан. Иң ауыр йәрәхәттәрҙе өлкән ҡыҙыбыҙ Нурзилә алғайны. Ул был ваҡытта әсәһе менән аш бүлмәһендә булған. Ҡатыным уны урамға сығарған, әммә Нурзилә бәләкәй һеңлеләрен ҡотҡарыу өсөн әсәһе артынан кире янған өйгә ингән. Һөҙөмтәлә тәненең 50 проценттан ашыуы бешкән, ​​шулай уҡ тын юлдары һәм күҙҙәре янған», — тип хәтерләй Юлдаш.

Юлдаш дауаханаға барып еткәндә, Нурзилә иҫендә була, әммә бер ни ҙә күрмәй. Ҡыҙға 13 операция яһайҙар, өс ай дауамында реанимацияла ята. Сабыйҙың хәле яҡшырып, дауахананан өйгә ҡайтарыла. Тик Исламғоловтарҙы тағы бер бәлә һағалап торған. Ҡыҙ һирәк осрай торған неврологик сиргә дусар була, табиптар уға киҫкен энцефаломиелит диагнозы ҡуя. Сабый аяҡтан яҙа, ҡулдарын ғына түгел, хатта күҙен дә ҡыбырлата алмай.

Ата-әсә шәхси массажист яллай, баланы табиптарға алып йөрөй. Тик бер файҙаһы булмай. Быйыл йәй Нурзилә атаһы менән «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бүлгән аҡсаға Екатеринбургтағы доктор Волкованың реабилитация үҙәгенә юллана. Тәжрибәле белгестәр ҡыҙҙы яңынан атларға өйрәтә.

«Беҙҙең үҙәккә Юлдаш сабыйҙы күтәреп индерҙе. Ҡыҙ бирешмәне, бик аҡыллы, тырыш, сабыр бала. Сире менән көрәште, бар ҡушҡандарыбыҙҙы үтәне. Нурзилә тәүге аҙымдарын яһағанда, мин шатлыҡтан күҙ йәштәремде тыя алманым. Йәйгеһен реабилитациянан һуң улмахсус ҡоролма ярҙамында атлап китте. Хәҙер инде икенсе реабилитация курсы үтә, йүгерә, бейей. Беҙ Нурзиләне цирк тамашаһына алып барҙыҡ. Киләсәктә клоун булырға хыялланам, тигән була», — тип йылмая невролог Ирина Волкова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районында теркәлде һәм республикабыҙҙың тулы хоҡуҡлы предприятиеһына әйләнде. Ойошма директоры Таһир Бәхтигәрәев әйтеүенсә, «Салауат» йәмғиәте социаль яуаплы предприятие булараҡ, район халҡының мөрәжәғәттәрен яуапһыҙ ҡалдырмай.

«Беҙ Исламғоловтарҙың ауыр бәләһе хаҡында белгәс, ярҙам итергә ҡарар иттек. Ҡыҙҙы Екатеринбургҡа доктор Волкованың реабилитация үҙәгенә ебәрергә булдыҡ, унда тәжрибәле белгестәр эшләй. Тәне бешкән кешеләрҙе ҡотҡаралар. Һәм, әлбиттә, реабилитация бәләкәс ҡыҙға ярҙам итер, артабан барыһы ла яҡшы булыр тип ысын күңелдән ышанабыҙ», — ти Таһир Бәхтигәрәев.

Бынан алда «Башинформ» Әбйәлил районында капиталь ремонттан һуң мәктәп-интернат асылыуы хаҡында яҙғайны.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: