Башҡортостанда депутаттар дини символдарҙы ҡануни яҡтан яҡларға тәҡдим итте. Октябрь айында республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайында «Башҡортостан Республикаһында намыҫ һәм дин тотоу ирке тураһында»ғы законға үҙгәрештәр ҡараласаҡ.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Азат Фәттәхов хәбәр итеүенсә, закон проекты федераль ҡануниәткә нигеҙләнеп әҙерләнгән.
«Быға бер нисә ваҡиға сәбәпсе булды. 2023 йылдың октябрендә Үҙәк банктың яңы аҡсаһында Ҡазан кремле сиркәүенең тәреһеҙ төшөрөлөүенә күптәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе һәм уны сығарыу туҡтатылды. Ошо һәм башҡа шаңдаулы ваҡиғаларға бәйле, традицион дини ойошмалар менән фекер алышыуҙар үткәрелгәс, закон ҡабул ителде. Был норма диндарҙарҙың дини тойғоларын яҡлай, дини символдарҙы һаҡлай, киң мәғлүмәт сараларында һәм рекламала уларҙы бысратыуға юл ҡуймай. Дини биналарҙың мәҙәни һәм тарихи йөҙөн һаҡлай», — тине Азат Фәттәхов.
Бынан тыш, әгәр ҡайһылыр дәүерҙә дини биналар һәм башҡа объекттар дини символһыҙ булған икән, уларҙың һүрәттәрен тәғәйен символикаһыҙ таратыу рөхсәт ителә.
«Һуңғыһын һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим. Дини символиканы ҡайһы бер тауарҙарға ҡуйыу тыйылды. Мәҫәлән, полиэтилен пакеттар, бер тапҡыр ҡулланыла торған ҡағыҙ стакандар, салфеткалар һ.б. Шуны ла иҫкәртәм: дини символдарҙы аңлы рәүештә дәрәжәһен төшөргән һәм боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ғәмәлгә индереү ҡарала», — тип билдәләне Фәттәхов.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкиле Артур Ғөбәйҙуллин закон проекты ваҡытлы булыуы хаҡында белдерҙе.
«Көнбайышта рухи ҡиммәттәр юғала, был борсоуға һала. Был беҙҙә бөтөнләй ҡабул ителмәй. «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумында «Ләлә-Түлпан» мәсете сараның символына әйләнде, мосолмандар өсөн ҙур хөрмәт был. Бөтә күп милләтле һәм күп конфессиялы Башҡортостан был закон проектын хуплай һәм уны бик мөһим һәм ваҡытлы тип һанай», — тине Артур Ғөбәйҙуллин.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина әйтеүенсә, дини символдарҙы боҙоу йәки йәмәғәт киңлегенән алып ташлау — халыҡтың мәҙәни-тарихи хәтерен юҡ итергә тырышыу.
«Һуңғы ваҡытта изге ҡиммәттәрҙе бысратыу йә боҙоу кеүек күренештәрҙе күҙәтәбеҙ. Был динлеләрҙең тойғоларын хөрмәт итмәү билдәһе генә түгел, ә халыҡтың мәҙәни һәм тарихи хәтерен юйырға тырышыу. Закон конфессия-ара татыулыҡты һәм Рәсәйҙең бөтә халыҡтарының йолаларына ихтирамды нығытасаҡ, йәмәғәтселек аңында айырым әһәмиәт булдырасаҡ», — тип белдерҙе Зөлфиә Ғайсина.
Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың рухи остазы протоиерей Виктор Иванов, яңы закон киләсәк быуынды тәрбиәләүгә, уларҙа дингә ҡарата ихтирамлы ҡараш булдырыуға бер аҙым булырға тейеш, тип белдерҙе.
«Был закон дөрөҫ һәм бик мөһим, сөнки ҡайһы ваҡытта дини символдар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, имеш, хаталы булыу сәбәпле йәмәғәт киңлегенән алына, юҡ ителә. Мәҫәлән, сиркәүҙәр һәм ғибәҙәтханалар төшөрөлгән баннерҙар алып ташлана. Тыйыу ғына түгел, әммә шулай уҡ тәрбиәләү, аңлатыу мөһим, сөнки был беҙҙең тарих, йолалар, иман һәм яныбыҙҙағы кешеләрҙең дине. Шуға күрә, был закон йәмәғәтселектә дини символдарға ҡарата дөрөҫ ҡараш булдырыуға, киләһе быуындарҙы тәрбиәләүгә бер аҙым буласаҡ», — ти Виктор Иванов.