Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияға бәйле хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелә, тип белдерҙе СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы вазифаһын башҡарыусы Айгөл Ғәлиева.
Дөйөм алғанда, 2024 йылда Башҡортостанда тәүге тапҡыр ВИЧ диагнозы ҡуйылған 1370 пациент теркәлгән. Ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 33,7 кеше тәшкил иткән (2023 йылда – 34,2). Республикала беренсе ВИЧ-инфекциялы теркәлгәндән һуң бөтәһе 43 меңдән ашыу сирле асыҡланған.
«ВИЧ-инфекцияның таралыуын иҫкәртеү сараларының иң мөһиме – халыҡҡа тест үткәреү, — тип билдәләне Айгөл Ғәлиева. — Сирҙе ваҡытында асыҡлау эпидемияға ҡаршы саралар ойошторорға, диагностика үткәрергә һәм диспансерға иҫәпкә ҡуйырға мөмкинлек бирә».
Шул уҡ ваҡытта ВИЧ-ҡа тикшерелергә теләүселәр йылдан-йыл арта бара.
Республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгендә билдәләүҙәренсә, сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн вирус инфекцияһын иртәрәк асыҡлау һәм пациенттарҙы диспансерға иҫәпкә ҡуйыу мөһим. Шулай уҡ сирлеләрҙе диспансерҙа күҙәтеү, ғүмерлеккә терапия тәғәйенләү һәм, әлбиттә, дауалауҙың һөҙөмтәлелеген даими күҙәтеү әһәмиәткә эйә.
Уның һүҙҙәренсә, 2024 йылдың аҙағына Башҡортостанда 20,6 меңдән ашыу ВИЧ-инфекциялы диспансерҙа иҫәптә торған (йәки ошо инфекцияны йоҡторғандарҙың 93,5 проценты).
ВИЧ менән сирләгән пациенттарға ғүмерлеккә вирусҡа ҡаршы терапия тәғәйенләнә. Ул вирустың кешенән кешегә күсеүен иҫкәртеү, һау-сәләмәт балаларҙың тыуыуы, шулай уҡ пациенттарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу, инвалидлыҡты һәм үлем осраҡтарын кәметеү өсөн кәрәк.
Һуңғы өс йылда, 2022-2024 йылдарҙа, Башҡортостанда вирусҡа ҡаршы терапия алған ВИЧ-инфекциялылар 16 870-тән 18 050-гә тиклем артҡан.
«ВИЧ менән ауырыған пациенттарҙа лаборатор тикшереүҙәрҙә билдәләнмәгән вирус йөкләмәһе дауалауҙың яҡшы һөҙөмтәһе булып тора. Мәҫәлән, былтыр беҙҙең дауалауҙың һөҙөмтәлелеге 76,7% етте», — тип билдәләне Республика СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы вазифаһын башҡарыусы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илебеҙҙә ВИЧ-инфекция таралыуына ҡаршы тороу дәүләт өҫтөнлөктәре иҫәбенә инә. Рәсәй хөкүмәте ҡабул иткән системалы саралар ошо сиргә ҡаршы көрәштә ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе. Дәүләт стратегияһын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ВИЧ-инфекция менән сирләү темптарының кәмеүе күҙәтелә.
Стратегияның маҡсаты – 2030 йылға был сир йәмғиәткә хәүеф тыуҙырмаһын өсөн ВИЧ-инфекция һәм СПИД менән бәйле ауырыуҙарҙан үлем осраҡтарын кәметеү иҫәбенә инфекцияның таралыуын туҡтатыу.
Сәләмәтлекте һаҡлау өсөн СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгендә йәки йәшәгән урын буйынса поликлиникала ВИЧ-инфекцияға тикшереү үтергә мөмкин. Рәсәй граждандары өсөн ВИЧ-инфекцияны дауаланыу бушлай.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.