Башҡортостанда Добро.рф порталында 158 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Ирекмәндәр һаны буйынса республикабыҙ Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урынды биләй. Улар өсөн яңы программалар булдырыла, форумдар һәм конкурстар үткәрелә. Изгелек һағында тороусылар өсөн иң яҡшы дәртләндереү сараларының береһе — Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһе.
— Беҙҙең ирекмәндәр — иң хәстәрлекле кешеләр. Улар булмаһа, беҙ тормош ауырлыҡтарын еңә алмаҫ инек. Беҙ бергәләп ковидҡа ҡаршы көрәштек, сирлеләргә ярҙам иттек. Уларға һыу, дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек ташыныҡ. Бергәләп урман янғындарын һүндерҙек. Ә бөгөн МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ. Республикала ирекмәндәр армияһы 132 мең кешенән тора. Улар араһында йәштәр ҙә, өлкәнерәк йәштәгеләр ҙә бар, һуңғыларын беҙ «көмөш» ирекмәндәр тип атайбыҙ. Улар беҙгә ныҡлы терәк булып тора, мохтаждарға ярҙам итә, — тип белдергәйне БР Башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәрҙең ҡаҙаныштары хаҡында.
25 апрелдә Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһе конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Кемдәр улар ирекмәндәр, ниндәй уй-ниәттәр менән яна — «Башинформ» хәбәрсеһе асыҡланы.
ӨФӨНӨҢ ИҢ ӘҮҘЕМ «КӨМӨШ» ИРЕКМӘНЕ
Китапханасы Светлана Ермакова «көмөш ирекмән» статусын ғорурлыҡ менән йөрөтә. 63 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның әүҙемлегенә һоҡланырлыҡ: МХО яугирҙарына ярҙам итә, грант конкурстарында, халыҡ-ара форумдарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша. Ҡыҫҡаһы, көн дә изгелек һағында — беҙ уны Өфөнөң Совет майҙанында осраттыҡ, унда Ермакова «Ҡыҙыл гвоздика» Бөтә Рәсәй акцияһына иғәнәләр йыя ине.
«Нисек ирекмән булырға ҡарар иттегеҙ?» тигән һорауыма Светлана Ермакова үҙенең девизы менән яуап бирҙе: «Ҡартлыҡ килһә, мин өйҙә түгел, юлда булырмын!» Ул 2018 йылда Добро.рф порталында ирекмән булып теркәлә. Халыҡ-ара балалар уйындарында, Фольклориадала эшләүе күңелендә матур хәтирә булып ҡала.
«Фольклориадала мин Колумбия вәкилдәрен оҙатып йөрөнөм. Рәсәйҙең рекордтар китабына ингән хороводты үткәрергә ярҙам иттем. Ҡунаҡтар мине бейеүҙәре менән хайран ҡалдырҙы. Бер саҡ Көньяҡ Америка мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына башланым, хатта бейеүгә яҙылырға ла йыйынып бөткәйнем», — тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ирекмән.
Светлана Ермакова китапхана эшендә 40 йылдан ашыу. БДПИ-ла рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен алғандан һуң, китапханасы булырмын, тип уйлап та бирмәй. 90-сы йылдарҙа Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк ҡала балалар китапханаһына ваҡытлыса эшкә килә, һәм ҡалырға ҡарар итә. Хәҙер ул үҙен башҡа һөнәр вәкиле итеп күҙ алдына ла килтерә алмай. Светлана Геннадиевна ирекмәнлек тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала, уның фекеренсә, был уға бала саҡтан һеңгән.
«Октябрят, пионер, комсомол — беҙҙең быуын кешеләре ирекмән булмай булдыра алмай... Бөгөн беҙ МХО яугирҙарына һәм яңы төбәктәрҙә йәшәгән халыҡ өсөн гуманитар ярҙам йыябыҙ. Белгород өлкәһенән балаларҙы ҡаршы алдыҡ, уларҙың моң баҫҡан күҙҙәрендәге әрнеүҙе, әсенеүҙе күреп, артабан да ярҙам итергә һәм Еңеүҙе яҡынайтырға ҡарар иттем. Шулай уҡ йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү менән шөғөлләнәм. «Сумаҙандағы музей. Ғаилә тарихы. Ил тарихы» тигән проектымда фронтта хеҙмәт иткән ике олатайымдың миҫалында илебеҙ батырҙары тураһында һөйләйем. Әлфиә Кәримова беҙҙә ҡунаҡта булды, уның менән атаһы, фронтовик-яҙыусы Мостай Кәрим тураһында һөйләштек. Легендар летчик Муса Гәрәевтың улы Евгений менән атаһының батырлыҡтарын иҫкә алдыҡ», — тип уртаҡлашты тәжрибәле ирекмән.
2023 йылда Светлана Ермакова ирекмәнлек өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн республика Башлығының «Башҡортостан ирекмәне» почёт билдәһе менән бүләкләнә.
«Ирекмәндәр матди файҙа өсөн түгел, ә кешеләргә ярҙам итеү өсөн эшләй, әммә дәүләт тарафынан иғтибар күрһәтелеүе ҡыуаныслы», — ти Ермакова. — «Республиканың ете иң әүҙем ирекмәне менән бергә награданы алыуыма сикһеҙ шатмын. Ойоштороусылар иң лайыҡлы һәм көслө ирекмәндәрҙе һайланы тип уйлайым. Артабан да республикабыҙ ирекмәнлек хәрәкәтенә уңыштар теләйем!»
ТИМЕРСЕ ЛӘ, ИРЕКМӘН ДӘ ҮҘЕ
«Минең ирекмәнлек юлы бала саҡтан башланды», — ти «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының «Ярҙам — изге эштәр өсөн ваҡыты» проекты геройы Эдуард Тимерғәлин. Эдуард бәләкәйҙән күршеләренә, бәләгә тарығандарға ярҙам итеп үҫә.
«Кеше бәләгә тарығанда, ситтә ҡала алмайым. Мәҫәлән, әгәр мин ҡайҙалыр янғын күрһәм, мотлаҡ шунда барам һәм ут эсенән кешеләрҙе сығарам. Икенсе кешегә ярҙам итеү миңә иҫ киткес ләззәт бирә. Пандемия ваҡытында рәсми рәүештә ирекмәндәр сафына баҫтым. Оло йәштәгеләргә һәм ауырыуҙарға дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек ташыным», — ти Эдуард.
Эдуард сығышы менән Асҡын районының Барахаевка ауылынан, ата-бабалары эҙенән атлай, тимерсе һөнәрен үҙләштергән. Тыуған ауылын төҙөкләндереүҙе, тыуған районына ярҙам итеүҙе үҙенең бурысы тип һанай. Бөгөн МХО зонаһына тиҫтәләгән гуманитар ярҙам ебәргән.
«Яңыраҡ МХО зонаһына «Нива» машинаһы һәм запас тәгәрмәстәр ебәрҙек, ә Асҡын ауылында йәшәүселәр машинаға запас частар әҙерләне. Яугир класташыма былтыр тепловизорҙар һәм тоҫҡау ҡорамалдары алып барып ҡайттыҡ: мобиль элемтә булмауы арҡаһында алдан һөйләшелгән урында осраша алманыҡ. Көнө буйы эҙләнек, мин ҡәнәғәтһеҙлек кисерҙем, Төньяҡ Донецк ҡалаһына етәрәк бер часовня янына барып сыҡтыҡ. Шул саҡ телефон тауыш бирҙе, һеҙҙе Воеводовка ауылында көтәбеҙ, ти һабаҡташым. Ҡараңғы төштө, шулай ҙа елкәләге бурысты үтәргә кәрәк, тием полковникка. Боролдоҡ та, кире киттек. Төндә егеттәрҙе барып таптыҡ, өйҙән килтергән әйберҙәрҙе тапшырҙыҡ. Уйламаған ерҙә элемтә табып, һабаҡташымы ярҙамды тапшыра алыуым өсөн мең тапҡыр һөйөндөм. Аллаһы Тәғәлә изге эштә беҙҙе бер ваҡытта ла ташламай», — ти тимерсе-ирекмән.
2023 йылда республикабыҙҙың иң әүҙем ирекмәндәре иҫәбендә Эдуард республика Башлығының «Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһенә лайыҡ була. Уның фекеренсә, бындай наградалар ирекмәндәргә үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға, үҙ хеҙмәтенә баһа алырға, артабан да тормошто яҡшыртырға, донъяны яҡтыраҡ итергә мөмкинлек бирә.
«Был беҙгә ышаныс бирә, беҙҙең тырышлыҡтар бушҡа түгел, беҙ мәғәнәле эш башҡарабыҙ. Әммә, әйткәнемсә, иң мөһим бүләк — кешеләргә ярҙам итеү шатлығы. Республикала ирекмәнлек эшмәкәрлеген көсәйтеп, йәмғиәтебеҙҙең проблемаларын бергәләп хәл итеү өсөн ошо билдәгә лайыҡ булыусылар төркөмөн булдырырға теләйбеҙ», — тип тәҡдим итә Эдуард.
Почёт билдәгә лайыҡ булыусы өсөнсө әңгәмәсебеҙ — Октябрьский ҡалаһынан Регина Чукаева. Ул да ирекмәнлек менән бала саҡтан шөғөлләнеп үҫә.
«Ауылымда оло йәштәгеләргә ярҙам итә инем: магазиндан аҙыҡ-түлек ташыйым, өйҙәрен йыйыштырам, тәҙрәләрҙе йыуам йә һөйләшеп ултырам. Мохтаждарға ярҙам итеү минең өсөн һәр ваҡыт мөһим һәм яуаплы эш булды», — ти Регина Чукаева.
Регина йәштәр менән эшләй, Октябрьский ҡалаһының Йәштәр һарайында әйҙәүсе белгес. 2020 йылда, пандемия осоронда карантин иғлан ителгәс, ирекмән штабына ҡушыла.
«Беҙҙең ирекмәндәр штабында 150-нән ашыу кеше эшләй. Һәм был һан артҡандан-арта, сөнки битараф булмаған кешеләр күбәйә бара. Хәҙер, махсус операция шарттарында, беҙҙең штаб тағы ла әүҙемләште. Һалдат ғаиләләренә, яҡындарына ярҙам итәм, был минең өсөн изге эш», — тип уртаҡлаша Регина.
Ирекмәндәргә еңел түгел, бигерәк тә кешеләр үҙҙәренең ауыр тарихтары менән уртаҡлашһа, әммә Регина бирешмәй, сөнки уның өсөн ирекмәнлек эшен күңел ҡушыуы буйынса башҡара.
Урындағы властар, Регина Чукаеваның ҡаҙаныштарын һәм фиҙакәр хеҙмәтен күреп, уның кандидатураһын «Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһенә конкурсҡа тәҡдим итергә ҡарар итә.
«Был юғары награданы алыу бик ҡыуаныслы булды. Ҡала етәкселегенә миңә ышаныс күрһәткәне өсөн рәхмәтемде белдерәм. Республика етәкселеге ирекмәнлектең мөһимлеген таныны. Бынан тыш, яратҡан ғаиләмә һәм яҡындарыма эшемдә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт», — тине Регина.
Ирекмәндәр – ысын мәғәнәһендә изгелек, яуаплылыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө. Теләгән һәр кем үҙенең бар эшен, мәшәҡәтен ташлап, ярҙамға мохтаж кешеләрҙе хәстәрләп йәшәй алмай. Изгелек һағында торғандарҙы, ирекмән исемен йөрөткәндәрҙе ҡәҙерләйек, яҡлайыҡ. Ошондай тарихтар тағы ла күберәк булһын!
БЕЛЕШМӘ:
2020 йылда республика Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһен булдырған тәүге Рәсәй субъекттарының береһе булды. Уға Башҡортостанда ирекмәнлек менән шөғөлләнгән республика, Рәсәй һәм сит ил граждандары лайыҡ булырға мөмкин. 2023 йылдан алып был награда хәрәкәттә ҡатнашыусы 286 кешегә тапшырылған.