

Башҡортостанда 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Григорий Савинға «Күмертау ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелде. Фронтовикка миҙалды һәм таныҡлыҡты хакимиәт башлығы Олег Астахов тапшырҙы.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 15 йәш булған. 1943 йылдың авгусында армияға алынған һәм Өфө пехота мәктәбенә ебәрелгән. Тарту ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан, Эстония өсөн ҡаты алыштарҙа беренсе тапҡыр яраланған. 1-се Белоруссия фронты составында Германия сигенә тиклем барып еткән.
Һуғыштан һуң Григорий Савиндың хеҙмәте тамамланмай, тағы ла 5 йыл уларҙың батальоны Лейпциг, Эрфурт, Потсдам, Дрезден, Берлин ҡалалары объекттарын һаҡлай. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Бынан алдараҡ Өфөлә һуғыш йылдарында эвакуацияланған ҡатын-ҡыҙҙар миҙалдар менән бүләкләнде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.