

Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Евгения Васильевна Куфтеринаға һәм Шакира Ғибәҙулла ҡыҙы Бикбулатоваға иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды.
Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Евгения Васильевна блокаданы кисергән һәм атаһынан башҡа Башҡортостанға эвакуацияланған. Ошонда уҡ Евгения Куфтерина белем алған һәм тәрбиәсе булып эшләгән.


Шәкирә Ғибәҙулла ҡыҙы – ғаиләләге 12 бала араһында иң кесеһе. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға һигеҙ йәш булған. Ата-әсәһе Мәскәү өлкәһенең «Молот» заводында эшләгән. 1943 йылдың мартында Шәкирә Бикбулатова әсәһе һәм апаһы менән бергә Башҡортостандың Шишмә районына эвакуацияланған.


«Уларҙың тарихы беҙгә тыныслыҡтың ҡәҙере һәм һуғышты үткәндәрҙең ҡаһарманлығына ихтирам күрһәтеүҙең мөһимлеге тураһында иҫкә төшөрә. Ветерандарыбыҙҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайбыҙ һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ», — тиелә Совет районы хакимиәте белдереүендә.
Бынан алдараҡ Башҡортостанда 100 йәшлек тыл эшсәне Анна Сергеевна Зорина Еңеүҙең 80 йыллығы миҙалы менән бүләкләнгәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.