

Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссары Ринат Латипов юғарыраҡ вазифаға тәғәйенләнде. Офицер – Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары урынбаҫары. Был хаҡта Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итте.
«Ринат Альберт улы эште аныҡ һәм һөҙөмтәле ойоштора белә. Илебеҙҙәге ҡатмарлы осорҙа ул үҙен Киров районында тәжрибәле хәрби комиссар итеп күрһәтте. Булдыҡлылығы һәм эшкә тоғролоғо уның уңыштарға өлгәшеренә шик ҡалдырмай», — тип яҙҙы Илвир Нурдәүләтов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Латипов урынына Аркадий Егоров тәғәйенләнде. 2007-2022 йылдарҙа Екатеринбургта элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, һуңынан Нефтекамала мобилизация бүлеге етәксеһе булып эшләгән һәм ике йылға яҡын ҡаланың хәрби комиссары булған.



