Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2024, 17:19

Башҡортостан Башлығына яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек саралары тураһында мәғлүмәт бирҙеләр

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Бөгөн, 26 декабрҙә, Республика йортонда яңы йыл сараларын үткәргән ваҡытта хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы.

«Беҙҙең ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа бөтәһе 1300-гә яҡын яңы йыл ҡаласығы эшләйәсәк, шул иҫәптән 232-һе — Өфөлә. Байрамдарҙа ярты миллиондан ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Башҡа күмәк сараларҙағы кеүек үк, беҙҙән халыҡ күп йөрөгән урындарҙа хәлде контролдә тотоу талап ителә, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Төрлө хәүеф-хәтәрҙәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ».

Республика буйынса эске эштәр министры Александр Прядко ведомство хеҙмәткәрҙәренең Яңы йылды һәм Христос Раштыуаһын билдәләгән ваҡытта йәмәғәт урындарында хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән оператив-иҫкәртеү эштәрен алып барасағын билдәләне.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов һүҙҙәренсә, халыҡтың янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәүе мөһим. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәргә яуап биреү өсөн шәхси составтың һәм техниканың әҙерлеге тураһында хәбәр итте.

2024 йылдың 28 декабренән 2025 йылдың 9 ғинуарына тиклем республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә, тине Марат Латипов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-26/glave-bashkirii-dolozhili-o-merah-bezopasnosti-v-novogodnie-prazdniki-4062032

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас