Башҡортостандың эске эштәр органдары ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре Өфө үҙәгендә урынлашҡан 12 ҡатлы яңы йорттан фатир алды. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Торлаҡ йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж полицейскийҙар өсөн тәғәйенләнгән. Бинала 117 фатир һәм 21 студия, ихатала балалар майҙансығы бар. Төҙөлөш Федераль адреслы инвестиция программаһы буйынса финансланған, дөйөм суммаһы 342 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Бынан тыш, сиратта торған Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә һәм пенсионерҙарына ла торлаҡ сертификаттары тапшырылды.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-25/veteranam-mvd-bashkirii-predostavili-zhilie-4066759