

Республикабыҙҙа булдырылған «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» чат-боты 10 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Был хаҡта БР хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙә хәбәр итә.
– Чат-бот алтаҡталарҙы тәртипкә килтереүҙә ярҙам итә. 11 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында муниципаль комиссияларының секретарҙары өсөн үткәрелгән семинар-уҡыуҙа был сервистың эш принцибы аңлаттыҡ. Әлеге көндә сервис һүлпән эшләй, Өфө, Туймазы, Бүздәк, Күгәрсен райондарынан бары тик 10 мөрәжәғәт килде. Шул сәбәпле сервисты әүҙем ҡулланырға саҡырам! – тип яҙҙы Урал Килсенбаев.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.