Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
08:22 (UTC+5), 24 Декабря 2024

Өфө мэры ата-әсәләрҙән балаларға уларҙың хыялын бүләк итеүҙәрен һораны

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә ата-әсәләрҙән балаларҙың яңы йыл хыялын бойомға ашырыуын һәм уларға шыршы аҫтына үҙҙәре теләгән бүләкте әҙерләп һалыуын һораны. Өфө башлығы бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында һәләтле балалар өсөн ойошторолған шыршы байрамындағы ҡыҙыҡлы хәл тураһында һөйләне.

«Бөгөн иртәлектә Ҡыш бабай бер балаға татлы бүләк тапшырҙы. Ул алды ла мин быға заказ бирмәгәйнем, ти. 31 декабрҙә булыр, тип яуап бирҙе Ҡыш бабай. Шуға күрә ата-әсәләрҙән балаларҙың үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырмауын һорайым. Уларҙы алдарға тырышмаҫҡа, улар хатта нимә яҙғандарын яҡшы хәтерләй, – тине чиновник ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә. –  Балалар мөғжизәгә ышана, әлбиттә. Беҙ ҙә киләһе йыл тағы ла яҡшыраҡ булыр тип ышанабыҙ. Күптән көтөлгән тыныслыҡ килер һәм ир-егеттәребеҙ өйҙәренә ҡайтыр тигән өмөттәбеҙ».

Ратмир Мәүлиев шулай уҡ Өфөнөң ҡала һәм экстрен хеҙмәттәренә яңы йыл байрамдарында ҡала халҡының хәүефһеҙ һәм уңайлы ялы өсөн көсәйтелгән режимда эшләргә кәрәклеген иҫкә төшөрҙө.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-24/mer-ufy-poprosil-roditeley-podarit-detyam-ih-mechtu-4065119

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика