Өфөләр 30 декабргә тиклемдауам иткән яңы йыл алды йәрминкәләрендә яңы йыл өҫтәленә аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин. 28 декабрҙә «Артерия» үҙәге алдындағы майҙанда (Октябрь проспекты, 67/2) тәүге тапҡыр яңы йыл йәрминкәһе ойошторола, унда республика фермерҙары һәм етештереүселәре тәм-том, сырҙар, ит деликатестары, һөт продукцияһы, ә һөнәрселәр сувенирҙар һәм төрлө әйберҙәр тәҡдим итә. Концерт программаһы, конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре көтөлә. Был турала ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Өфө мэрияһының ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы етәксеһе Асҡар Батталов һөйләне.
Бынан тыш, Өфөлә 12 майҙанда ял көндәре йәрминкәләре, 8 майҙансыҡта (башлыса ҙур сауҙа комплекстары янында) йыл әйләнәһенә фермер йәрминкәләре эшләй. Шулай уҡ урындағы баҡсасылар үҫтергән продукцияны махсус майҙансыҡтарҙа ла һатып алырға була (608 урынға иҫәпләнгән 41 майҙансыҡ).