

Башҡортостанда алдағы өс көндә -1° тиклем йылыта. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 16 декабрҙә, ҡар яуыуы фаразлана, төньяҡта көслө. Урыны менән буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -1, -6°.
Шишәмбе, 17 декабрҙә, ваҡыты менән ҡар яуыуы, республиканың көньяғында көслө ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә -4, -9°, көндөҙ -1, -6°.
Шаршамбы, 18 декабрҙә, ваҡыты менән ҡар яуыуы фаразлана. Юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10°, көндөҙ -1, -5°.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.