Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы делегаттары портреты менән мандат комиссияһы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев таныштырҙы.
– Апрелдән сентябргә тиклем ҡоролтайға делегаттар һайлау үтте. Тарихи форумда Башҡортостандан – 318, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән – 171, сит илдәрҙән 38 делегат ҡатнаша. Шуларҙың 83 проценты юғары белемле, делегаттар араһында фән докторҙары, ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре бар. Улар Рәсәй Федерацияһының, СССР-ҙың, БДБ илдәренең дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Делегаттарҙың 10% – 22-35 йәштә, 44% – 36 йәштән 50 йәшкә тиклем, 22% – 51 йәштән 60 йәшкә тиклем, 20% – 60 йәштән өлкәндәр. Иң оло делегат Муса Нурдәүләтовҡа (Мари Эл) – 72 йәш, иң йәш делегат Искәндәр Ҡолбахтинға (Өфө) – 22 йәш.
Хөрмәтулла Үтәшев делегаттар араһында ҡатнашыусыларҙың һәм МХО ветерандарының күп булыуын билдәләне.
– Геройҙарыбыҙ – махсус операцияла ҡатнашыусылар. Был – Рәсәй Геройы Альберт Зәйнуллин (Силәбе өлкәһе), Таһир Вәлиев (Учалы районы), Рим Йомағужин (Мәскәү). Делегаттар араһында төрлө милләт вәкилдәре бар – башҡорттар, урыҫтар, украиндар.
Пленар ултырышта мандат комиссияһының протоколы раҫланды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә башҡорттарҙың VI Бөтә башҡорттары донъя ҡоролтайы бара. Тарихи форумда бөтә донъянан 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.