14:01 (UTC+5), 13 Декабря 2024

Радий Хәбиров VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарына дәүләт наградалары тапшырҙы

Фото: Олег Яровиков
Инсаф Хужабирганов

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров делегаттарға дәүләт наградалары тапшырҙы.

Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең инвестиция эшмәкәрлеге, халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге администраторы Ришат Халиҡовҡа «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденын тапшырҙы.

Салауат Юлаев ордены менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Ханты-Мансы автономиялы округы — Югра башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рәүҙәт Ҡолманбәтов, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артист-солист-инструменталисы Миндиғәфүр Зәйнетдинов бүләкләнде.

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рафаил Яхин наградаланды.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә Силәбе ҡалаһының 6-сы мәктәбе өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Рабиға Бикбулатова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм медиа комиссияһы эксперты Арыҫлан Бикбулатов, Ырымбур өлкәһе Александровка районының Иҫәнгилде ауыл клубы мөдире Рәйсә Сарбаева лайыҡ булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә башҡорттарҙың VI Бөтә башҡорттары донъя ҡоролтайы бара. Тарихи форумда бөтә донъянан 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-12-13/vi-b-t-don-ya-bash-orttary-oroltayy-delegaty-ber-mlek-m-s-l-en-k-t-r-e-4054636

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика