VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында халыҡҡа берләшеү кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр. «Ҡурай» телеканалы директоры Рита Өмөтбаева үҙ сығышында башҡорт йәмғиәтенең мөһим проблемаһын күтәрҙе.
– Илебеҙ Президенты Владимир Путин әйтмешләй, тыныслыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек – илебеҙҙә төп көс. Ә уның ҡоралы – белем, аҡыл һәм тәрбиә. Ысынлап та, бөгөн йәмғиәтебеҙҙә халыҡты дөрөҫ юлдан алып барырҙай аҡыллы, белемле милләттәштәребеҙҙең терәк-таянысына мохтажбыҙ. Йәшерен-батырын түгел, Баймаҡтағы ғинуар ваҡиғалары халҡыбыҙҙың «ауыртҡан» урындарын күрһәтте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябай кешеләр интернеттағы билдәһеҙ шәхестәргә күберәк, мессенджерҙарҙа таралған имеш-мимешкә ышана. Был күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерҙе. Халыҡ илебеҙҙе эстән көсһөҙләндерергә тырышыусыларға ышанып, провокацияларға бирелде. Бөгөн бындай ваҡиғалар тотош илебеҙ именлегенә ҡурҡыныс янай, берҙәмлегебеҙҙе ҡаҡшата.
Баймаҡтағы ваҡиғалар барыбыҙҙы ла уйландырҙы. Һәр беребеҙ был проблемаға етди ҡарап, бер-беребеҙҙе тыңлаһаҡ, бындай хәл килеп сыҡмаҫ ине. Халҡыбыҙ аҡыллы, белемле, мәғрифәтле булғанда ғына беҙ тулыһынса үҫешә аласаҡбыҙ. Беҙҙең, зыялыларҙың, төп бурысы – аңлатыу эштәре алып барыу, халыҡты берләштерерҙәй проекттар булдырыу, — тип билдәләне Рита Өмөтбаева.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә башҡорттарҙың VI Бөтә башҡорттары донъя ҡоролтайы бара. Тарихи форумда бөтә донъянан 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.