Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
06:44 (UTC+5), 12 Декабря 2024

2030 йылға Башҡортостанда торлаҡ төҙөү күләме 4 миллион квадрат метрға тиклем арттырыла

Иван Вавилов

2030 йылға Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләме 4 миллион «квадратҡа» еткерелергә тейеш. Радий Хәбиров республика Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда ошондай бурыс ҡуйҙы.

«Беҙ төҙөлөш күләме буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбендәбеҙ, рекордлы 3 миллион квадрат метр торлаҡ планкаһын алдыҡ. 2030 йылға был күрһәткесте 4 миллионға тиклем еткерергә тейешбеҙ. Бының өсөн тармаҡҡа альтернатив финанслау сығанаҡтарын йәлеп итергә, торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһы механизмдарын ҡулланырға кәрәк», — тине республика етәксеһе.

Төп ставканы күтәреү, льготалы ипотека күләменең һәм яңы йорттар төҙөү темпының кәмеүе төҙөүселәр өсөн етди саҡырыу булып тора, тип билдәләне Хәбиров.

«Шуны аңларға кәрәк: әгәр хәҙер проектты туҡтатһаҡ, һуңынан уны яңынан башлау күпкә ҡиммәтерәккә төшә. Беҙ торлаҡ төҙөүҙе туҡтатырға тейеш түгелбеҙ. Иртәме-һуңмы, ауыр ваҡыттар үтеп китә. Яңы, уңайлыҡлы фатирҙарға ихтыяж һәр саҡ бар. Ихтыяж арта башлай һәм быға әҙер булырға кәрәк. Хәҙер муниципалитеттарға төҙөүселәр менән бергә әҙерлек эштәре менән шөғөлләнергә — участкалар һайларға, документтар әҙерләргә, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереүҙең яңы проекттарын булдырырға, яңы милли проекттар сиктәрендә федераль аҡса йәлеп итергә кәрәк», — тине ул.

Шуның менән бергә Башҡортостан Башлығы социаль һәм инженер инфраструктураһы булған төҙөүселәргә, бизнесҡа ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

«Дәүләт төҙөлөш тармағына һәр саҡ ярҙам күрһәтәсәк. Граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан күсереүҙе дауам итербеҙ. Яңы адреслы программала 565 авария хәлендәге йорт иҫәпләнә. 15 меңгә яҡын кеше төҙөкләндерелгән торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. Киләһе йылдан «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә терәк тораҡ пункттарҙы үҫтерә башлайбыҙ. Республика Хөкүмәте муниципаль берәмектәр менән берлектә инфраструктураға инвентаризация үткәрергә һәм милли проектты бойомға ашырыу буйынса «юл карталарын» әҙерләргә тейеш», — тине Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-12/ob-emy-zhilischnogo-stroitelstva-v-bashkirii-k-2030-godu-dovedut-do-4-mln-m-4048480

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика