Өфө мэрияһы проектлана башалған проспектҡа Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың исемен биреүгә бәйле халыҡтың фекере менән ҡыҙыҡһына.
«Өфөләрҙән баш ҡаланың Киров районындағы проспектҡа Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемен биреү идеяһы тураһында үҙ фекерен белдереүҙәрен һорайбыҙ», — тиелә муниципалитет белдереүендә.
2,8 саҡрым оҙонлоҡтағы яңы проспект Кузнецов затонында Пугачев урамы менән Ырымбур тракты араһында урынлашҡан.
Бынан тыш, Өфө хакимиәте ҡала халҡының Калинин районындағы Елизавета Глинка һәм Герой Сәлих Вәлиев урамдары араһында урынлашҡан тыҡрыҡҡа – Яңы тыҡрыҡ, шулай уҡ Орджоникидзе районындағы урамға Фасад (йәки Триумф урамы) атамаһын биреүгә ҡарата фекере менән ҡыҙыҡһына.
Башинформ Мортаза Рәхимовҡа арналған энциклопедия донъя күреүе хаҡында хәбәр иткәйне.