Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
06:26 (UTC+5), 06 Декабря 2024

Өфөнән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Фото: Сергей Плотниковтың социаль селтәрҙәре
Әлфиә Әһлиуллина

Кисә Әсғәт Асҡар улы Минһажетдинов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне, уның тормошо батырлыҡ һәм сыҙамлыҡтың сағыу өлгөһө булып тора. Ул 1924 йылдың 5 декабрендә Бөгөлмәлә тыуған, репрессиялар һәм ауыр һуғыш йылдарын кисергән. 17 йәшендә Ҡыҙыл Армия сафына алынған, Көнбайыш, Брянск һәм 2-се Белоруссия фронттарындағы алыштарҙа ҡатнашҡан, дүрт тапҡыр яраланған, ләкин һәр ваҡыт кире сафҡа баҫҡан.

Һуғыштан һуң Әсғәт Асҡар улы табип юлын һайлай, Өфө медицина училищеһын һәм Башҡорт медицина институтын тамамлай. Медицина фәндәре кандидаты, доцент, юғары категориялы табип һәм 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Уның китаптары һуғыш, репрессиялар менән бәйле шәхси һәм тарихи трагедияларҙы сағылдыра. Хәрби батырлығы өсөн ул орден-миҙалдар, шул иҫәптән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Өфөнөң Октябрь районы башлығы Сергей Плотников юбилярҙы өйөнә килеп ҡотланы.

«Ауыр тормош юлы үтеүенә ҡарамаҫтан, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветеранының күҙҙәрендә һаман да йәшәүгә дәрт сағыла»,  — тип яҙҙы Октябрь районы башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-05/veteran-velikoy-otechestvennoy-voyny-iz-ufy-otmetil-100-letniy-yubiley-4040006

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика