Республика Башлығы Радий Хәбиров 5 декабрҙә илебеҙҙә билдәләнгән Ирекмәндәр көнөндә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Октябрьскийҙан Александр Юдин менән таныштырҙы.
2012 йылда Александр Юдин Крымск һәм Комсомольск-на-Амуре ҡалаларында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам иткән. Шул ваҡыттан алып ул ирекмәндәр эшмәкәрлегенә әүҙем ҡушылған. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында хәтерҙе һаҡлау буйынса патриотик проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан, «Еңеү ирекмәндәре»нең төбәк бүлексәһенә етәкселек иткән.
«Лица Победы» тигән китап яҙып, үҙ ҡулдары менән Президентыбыҙ Владимир Путинға бүләк иткән. 2022 йылдың июненән Александр Юдин махсус хәрби операцияла ҡатнаша», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.
Бөгөнгә Башҡортостанда рәсми рәүештә 150 мең ирекмән теркәлгән. Ләкин ауыр минутта мохтаждарға ярҙам итергә әҙер булғандар байтаҡҡа күберәк, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Ирекмәндәр – үҙҙәрен башҡалар бағышлаған оло йөрәкле кешеләр. Һуңғы йылдарҙа уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Пандемия ваҡытында ирекмәндәр табиптарға ковидҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итте, кешеләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ташыны. Урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашты. Махсус хәрби операция башланыу менән яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү эшенә ҡушылды, — тип өҫтәне Радий Хәбиров. — Александр Юдинды һәм бөтә ирекмәндәребеҙҙе байрам менән ҡотлайым. Мөһим эшегеҙ һәм изге ғәмәлдәрегеҙ өсөн рәхмәт. Барыһына ла уңыштар».