Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.3
-0.47
93.68
-0.48
64.75
+0.08
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2024, 21:55

«Ҡоролтай халыҡ мәнфәғәтендә эшләй»

12-14 декабрҙә Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтәсәк. Һуңғы биш йылда ниндәй эштәр башҡарылған, киләсәккә ниндәй маҡсаттар ҡуйылған һәм халҡыбыҙҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр нисек хәл ителә? Яҡынлашып килгән мөһим йыйын уңайынан «Башинформ»  йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов менән әңгәмә ҡорҙо. 

– Ҡоролтайҙың һуңғы биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә байҡау яһап, ниндәй һығымта яһарға мөмкин?

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының V съезынан һуң ете комиссия булдырылды. Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары булараҡ, миңә ҡатмарлы йүнәлеш – социаль-иҡтисади үҫеш буйынса комиссияны етәкләү эше йөкмәтелде. Ошо ваҡыт арауығында байтаҡ семинарҙар, онлайн-конференциялар үткәрелде, инвестһабантуйҙарҙа әүҙем ҡатнаштыҡ, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Рәсәй төбәктәренән йыйылған белгестәр менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ.

Ҡоролтай тәҡдиме менән башлап ебәрелгән иң ҙур башланғыс – «Башҡорт аты» фестивале.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең башланғысты хупланы һәм халыҡ-ара  кимәлдә ойоштороуға булышлыҡ итте. Мәғлүм булыуынса, ҙур форумда йылҡысылар, инвесторҙар, ҡымыҙ етештереүселәр ҡатнаша, милли ярыштар уҙғарыла. Билдәле ғалимә, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры Ираида Әхәтова, Баймаҡ районы эшҡыуарҙары Алмаз Шөғөров, Айнур Ишмөхәмәтовтар башҡорт атын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур ярҙам күрһәтә. Белеүебеҙсә, Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында башҡорт аты буйынса ғилми үҙәк булдырылды, ул аттарыбыҙҙың генофондын булдырыу һәм популярлаштырыу өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ республикабыҙ башҡорт аты брендына патент алды. Был –ҙур, мөһим эш һәм артабан да системалы рәүештә алып барыласаҡ.

Шулай уҡ, республикабыҙҙа эшҡыуарҙарыбыҙ етештергән башҡорт ҡымыҙы, балы һәм башҡа милли ризыҡтарҙы таратыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Быға сит өлкәләрҙә йәшәгән башҡорт йүнселдәрен дә йәлеп иттек. «Атайсал» проектында ла эшҡыуарыбыҙ тыуған республикабыҙға ярҙам итә, беҙ уларҙың тәжрибәһен күтәреп, башҡаларға үрнәк күрһәтәбеҙ.

– Ҡоролтайҙың алтынсы съезында ниндәй саралар һәм майҙансыҡтар көтөлә?

– Алтынсы съездың төп сараларына килгәндә, тәүге көндә фәнни форум үтәсәк. 13 декабрҙә пленар ултырышта, төрлө секция майҙансыҡтарында милләттәштәребеҙ көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрәсәк, халҡыбыҙҙы борсоған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшәсәк, киләсәккә йүнәлеште билдәләйәсәк.

Ҡоролтай – йәмәғәт ойошмаһы. Уның бурысы – халыҡ менән аралашыу, ихтыяждарын аңлау, аңлатыу эштәре алып барыу. Был төрлө йүнәлештәргә ҡағыла, шул иҫәптән тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлау мәсьәләһенә лә. Эре предприятиелар менән проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, һөҙөмтәле юлдар табыу мөһим.

Ҡоролтай ағзалары төрлө йүнәлештәрҙә эшләй, дәүләт комиссиялары эшмәкәолегендә ҡатнаша. Мәҫәлән, мин Башҡортостан Башлығының экология, тәбиғәттән файҙаланыу һәм геология мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе булып эшләнем, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эксперт булып торам. Һәр саҡ тәҡдимдәремде еткерә киләм, һәр эш тәүге сиратта халыҡ мәнфәғәтендә булырға тейеш, тип иҫәпләйем.

Йәш быуын менән бәйләнеште нығытыу мөһим, тип иҫәпләйем. Комиссия ағзалары менән берлектә һәр осрашыуҙа, айырыуса уҡыу йорттарында күберәк инженерҙар, техник белгестәр тәрбиәләүгә иғтибар йүнәлтергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтән алабыҙ. Күп кенә техник белемле йәштәребеҙ Себергә эшкә юллана, тип әйтер бәғзеләр. Бының да ыңғай яғы бар: уларҙың күптәре тәжрмбә һәм бол туплап, тыуған яғына ҡайта, донъя ҡора һәм балалар үҫтерә.

– Халыҡты берләштереү йәһәтенән ни әйтерһегеҙ?

– Ил Президенты Владимир Путин да әйтмешләй, «халыҡ менән йышыраҡ аралашырға кәрәк». Ябай һүҙҙәр тойолһа ла, улар ҙур мәғәнәгә эйә. Район хакимиәте етәксеһе, предприятие директоры йә йәмәғәт ойошмаһы вәкиле булһынмы, улар тәүге сиратта халыҡ өсөн эшләргә тейеш. Тәбиғәт ресурстарын файҙаланыуҙы алайыҡ. Халыҡ менән һөйләшеү, кәңәшмәләр үткәреү, ер эшкәртеүҙең тәртибен аңлатыу, предприятиеларҙың отчеттарын, лицензия сроктарын күрһәтеү фарыз. Әгәр аңлатыу эштәре алып барылмай, ерҙә рекультивация эшләнмәй икән, халыҡта төрлө һорауҙар тыуа.

Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡабул иткән Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһында мәғлүмәт бар. Съезд барышында резолюция ҡабул ителәсәк, унда ла тәҡдимдәр индереләсәк. Тәбиғәт ресурстарын ҡурсалауҙы көсәйтергә кәрәк, яңы ҡурсаулыҡтар булдырыу бурысы ла бар. Сөнки урман, һыу ресурстарын, файҙалы ҡаҙылмаларҙы киләһе быуынға һаҡлау – мөһим бурыс. Тағы ла иң мөһим бурыстарҙың береһе – Талҡаҫ, Өргөн һәм Асылыкүл күлдәрен, тау-шишмәләрҙе һаҡларға кәрәк.

Әйткәндәй, Радий Хәбировтың указына ярашлы,Талҡаҫ күленә айырыуса һаҡланаған биләмә статусы бирелде. Киләһе йылда күлде таҙартыу маҡсатында унда аҡ амур балығы ебәреләсәк. Иң ҙур маҡсаттарҙың береһе – киләсәктә Баймаҡ районында «Ирәндек» тәбиғәт ҡурсаулығын булдырыу, программа әҙерләнә.

Ғөмүмән, һыу ресурстарын һаҡлау – глобаль проблема. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ, урындағы халыҡтың күл тирәһендәге хужалыҡ эшмәкәрлеге, ял итеүселәрҙең аяуһыҙлығы ла экологик проблемаларға килтерә.

– Бөгөн ҡайһы берәүҙәр ситтән ятып халыҡ араһында ҡотҡо һалырға, илебеҙҙе эстән көсһөҙләндерергә тырыша. Был хаҡта ни әйтерһегеҙ?

–  Илем, халҡым һәм уларҙың мәнфәғәте – төп ҡиммәттәр. Экоәүҙемсе исеме аҫтында халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөгән егеттәр менән туранан-тура һөйләшкәнем булды, ғөмүмән, аңлатыу эштәрен һәр саҡ алып барабыҙ. Махсус хәрби операцияға килгәндә, ул халҡыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, тип уйлайым. Тарихтан билдәле булыуынса, ил саҡырғанда башҡорт халҡы һәр саҡ тәүге сафта көрәшкә юлланған. Әле лә һынатмайҙар, уларҙың тиҙерәк еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

– Киләһе биш йылда республика үҫешенең ниндәй йүнәлештәре өҫтөнлөклө була, тип уйлайһығыҙ?

– Радий Хәбиров республикаға биш йыл етәкселек итеү дәүерендә бик күп ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәште. Бөтәһе лә сағыштырыуҙа беленә. Эре сәнәғәт ойошмалары тәртипкә килтерелде, республика сәнәғәтте үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү буйынса алдынғы урындарға күтәрелде. Нефть тармағы тотороҡло үҫешә. Шулай уҡ машиналар эшләү, тау байлыҡтарын эшкәртеү тармағы ла уңыштарға өлгәшә, киләсәктә туризм һәм эшҡыуарлыҡ тармағы ла үҙ һөҙөмтәләрен күрһәтер, тип ышанам.

Төҙөлөш тармағы  ла йылдам үҫешә. Бик күп күперҙәр төҙөлдө, Көнсығыш сығыу юлы асылды, Өфө тирәләй тимер юлы ҡулсаһын төҙөү, Стәрлетамаҡ – Ергән юлын киңәйтеү эштәре башланды, үҫеш стратегияһына Сибай – Подольск – Сара тимер юлы төҙөлөшө индерелгән. Республикабыҙҙа ауылдарға газ индереү буйынса ла байтаҡ эштәр башҡарыла. Бөгөн республикабыҙға ҙур инвестициялар йәлеп ителә, заманса инфраструктура булдырыла.

Стратегияла шулай уҡ йәш кадрҙарҙы тәрбиәләү бурысы ла бар. Өфөлә вуз-ара кампус төҙөлдө, милли мәғариф буйынса үҙәк асылды. Беҙҙең йәмәғәт ойошмаһының бурысы – төрлө йүнәлештәр үҫешенә булышлыҡ итеү, халыҡ һәм власть органдары араһында күпер төҙөү. Әлбиттә, төп көсөбөҙ – берҙәмлектә. Ошо һәм башҡа темаға һөйләшеүҙәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Алтынысы съезында ла мотлаҡ буласаҡ.

«Башинформ» бынан алда Хәмзә хәҙрәт Хафизов менән әңгәмәләшкәйне.  

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: