Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2024, 09:48

Өфөнөң Орджоникидзе майҙанын 25 метрлыҡ шыршы биҙәй

Өфө хакимиәте
Фото: Өфө хакимиәте

Өфөнөң Орджоникидзе исемендәге майҙанын 25 метрлыҡ урман ҡупшыҡайы биҙәй, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Иртәгә уны биҙәү эштәре башлана. Өфөлә бөтәһе 150-гә яҡын шыршы ҡуйырға йыйыналар.

Райондарҙан тыш, баш ҡалала ике яңы йыл майҙансығы ойошторола. Береһе Конгресс-холл янындағы биләмәлә булһа, икенсеһе - Ленин исемендәге майҙанда. Ике майҙансыҡта ла 32 һәм 30 метр бейеклектәге пикселле шыршылар ҡуйыла. Тирә-яғында сағыу инсталляциялар, ҡар тауҙары һәм боҙ һындары урынлаштырыла. 

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда яңы йыл шыршыларын әҙерләү һәм һатыу контролдә тотола. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-01/v-ufe-na-ploschadi-ustanovili-25-metrovuyu-zhivuyu-novogodnyuyu-el-4032249

Автор: Сергей Николаев
Читайте нас