



Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында техник көкөрт етештереү ҡулайламаһын сафҡа индереү тураһында иғлан итте. Был 2022 йылда республиканың өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән проекттарының береһе булып тора, тип билдәләне ул. Объектҡа һалынған аҡсаның дөйөм күләме — 13,8 миллиард һум.
«Яңы производство тәрәнерәк эшкәртеүҙе, яңы продукция сығарыуҙы күҙ уңында тота. Ҡорамалдарҙың 90 проценттан ашыуы илебеҙҙә етештерелгән. Шуныһы мөһим: ҡулайламаны файҙаланыуға тапшырыу — атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеү тураһында дүрт яҡлы килешеү сиктәрендәге ҙур эштең бер этабы. «Газпром нефтехим Салауат» Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һәм Башҡортостан менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы», - тип яҙҙы Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Яңы производство йыл һайын һауаға бүлеп сығарылған зарарлы матдәләр күләмен 4,6 мең тоннаға кәметергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, көкөрт диоксиды миҡдары 30 процентҡа кәмергә тейеш. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 54 яңы эш урыны булдырылды.
«Алда — яңы пландар. Тағы ла бер нисә проект өҫтөндә эш бара. Предприятиела суперабсорбенттар етештерә башлау планлаштырыла. Мөһим экологик башланғыстар бар. Берлектәге эш өсөн рәхмәт белдерәм. Артабан да алға барабыҙ», — тип өҫтәне республика етәксеһе.


© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.