

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөм көтөлмәй, айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ +3, -2 градус.
Шәмбе, 23 ноябрҙә, урыны менән епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көньяҡ-көнсығышта -10, көндөҙ -2, +3 градус.
Йәкшәмбе, 24 ноябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көньяҡ-көнсығышта -10, көндөҙ - 1, +4 градус.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.