

Өфөлә ялған хәмер етештереүсе асыҡланған. Быға тиклем дә хөкөм ителгән 45 йәшлек ирҙең өс гараж боксында цехы булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре унан 2000 литрҙан ашыу спиртлы шыйыҡса, мең шешә, этикеткалар, ҡойоу өсөн ҡорамалдар, «Газель» һәм «Лада Нива» автомобилдәрен тартып алған.
Ялған араҡы етештереүҙә ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Уға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 171.3-сө статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.