Башҡортостан менән Алтай Республикаһы араһында авиация бәйләнеше үҫтерелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 18 ноябрҙә оператив кәңәшмәлә Таулы Алтай ҡалаһына тура рейс асырға кәрәклеге тураһында белдерҙе.
«Тәү сиратта туризм, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, спорттың милли төрҙәре буйынса хеҙмәттәшлек күҙ уңында тотола. Авиарейс буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Уны асырға кәрәк. Беҙҙең туристар унда барыр тип уйлайым, сөнки Алтай Республикаһы — тарихы һәм мәҙәниәте, тәбиғәте яғынан үҙенсәлекле төбәк. Рейс менән шөғөлләнергә кәрәк. Таулы Алтай тотош илдән рейстар ҡабул итә. Әйҙәгеҙ, шуның өҫтөндә эшләйек», — тине Радий Хәбиров.
Ошо көндәрҙә Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң «Башинформ» журналисына Алтай делегацияһының республикабыҙға килеүенең маҡсаты хаҡында һөйләне.
«Тура рейс асабыҙ. Бер яҡтан, был юғары технологиялы ярҙамға мохтаж пациенттарға Өфөгә осоу, ә икенсе яҡтан, Башҡортостан туристарына Алтай Республикаһы менән танышыу, уҡыусылар һәм делегациялар менән алмашыу мөмкинлеге бирә. Минеңсә, был бик мөһим», — тип билдәләне Андрей Турчак.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.