Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2024, 11:16

Башҡортостан пенсионерҙары тәүге тапҡыр Үзбәкстанға сәйәхәткә китте

Радий Хәбировтың ТГ-каналы
Фото: Радий Хәбировтың ТГ-каналы

Бөгөн Өфө аэропортында «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» республика проекты сиктәрендә бер төркөм туристар Үзбәкстанға юлланды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, был – 50 кешенән торған тәүге төркөм. Йыл аҙағына тиклем – 29 ноябрҙә һәм 13 декабрҙә тағы ике төркөм осорға тейеш.

Дүрт көн һәм өс төн дауамында яҡташтарыбыҙ экскурсоводтар менән Үҙәк Азия иленең иҫтәлекле урындарына бара һәм үзбәк халҡының милли аш-һыуы менән таныша.

«Үзбәкстан менән беҙҙең республиканы йылы һәм эшлекле мөнәсәбәттәр бәйләй, был ил – халыҡ-ара аренала төп партнерҙарыбыҙҙың береһе. Хәҙер социаль туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итә башлайбыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Программа хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-15/serebryanye-turisty-iz-bashkirii-vpervye-uleteli-v-uzbekistan-4008975

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас