Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2024, 10:23

Алдағы көндәрҙә республикала ҡар яуыуы көтөлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ҡар яуыуын фаразлай.

Бөгөн, 13 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, -4 градус.

14 һәм 15 ноябрҙә лә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Температура төндә -1, -6, көндөҙ +1, -4 градус.

«Башинформ» яҙғанса, Транспорт министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-13/v-bashkirii-v-blizhayshie-dni-ozhidaetsya-sneg-4005479

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас