Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2024, 21:06

Башҡортостанда аҡһаҡал яугирҙарға ҡайын миндеге ебәргән

ғаилә архивынан
Фото: ғаилә архивынан

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы аҡһаҡалы, хеҙмәт ветераны Юныс Иштанов МХО зонаһына ҡайын миндеге, шифалы үләндәр һәм артыш ботаҡтары ебәргән.

Яугирҙар ярҙамды ҡыуанып ҡабкл итте, тип һөйләне «Башинформға» Юныс Рәхимйән улы.

— Йәйен «Башҡортостан» полкы егеттәренә 70 ҡайын миндеге һәм туҙы, артыш ботаҡтары, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә һәм башҡа үләндәр ебәрҙем. Бындай ярҙам бик кәрәкле. Мәҫәлән, ҡайын миндеге менән сабыныу бик файҙалы, ул иммунитетты һәм ҡан әйләнешен яҡшырта. Күп ауылдаштарыбыҙ яуҙа йөрөй. Үҙебеҙҙең улыбыҙ ҙа оборона министрлығы менән контракт төҙөнө, — тип һөйләне Юныс Рәхимйән улы.

Бынан алда «Башинформ» хәбәр итеүенсә, Башҡортостан мәктәптәре яугирҙарға быҡтырылған ит һәм борщ әҙерләүгә тотонған.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-11-06/aksakal-iz-bashkirii-obespechil-boytsov-svo-berezovymi-venikami-3998249

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас