Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
07:21 (UTC+5), 05 Ноября 2024

Иглин ауылында яңы урта дөйөм белем биреү мәктәбе асылды

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 5 ноябрҙә, Иглин районының Иглин ауылында 7-се яңы урта дөйөм белем биреү мәктәбен асыу тантанаһы уҙҙы.

«Иглин районының халҡы яғынан да йылдам үҫешкән райондарҙың береһе булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Был мәктәпте күптән көтөп алдыҡ. Тиҙҙән белем усағы уҡыусылар менән тулыр, шуға күрә икенсеһен төҙөй башларға кәрәк. Хәҙер беҙ ошо хаҡта уйлайбыҙ. Алдағы биш йылда милли проекттар сиктәрендә һеҙгә тағы мәктәптәр төҙөрбөҙ. Медицина учреждениелары һалырбыҙ. Оҙаҡламай Иглиндәге поликлиника буйынса ҡарар ҡабул ителер. Төҙөлөш эштәрен сифатлы башҡарған төҙөүселәргә ҙур рәхмәт. Мин уҡытыусыларға – яҡшы уҡыусылар, ә уҡыусыларға һәйбәт уҡыуҙарын теләйем. Барығыҙҙы ла тағы бер тапҡыр ҡотлайым», – тине Радий Хәбиров.

Мәктәп 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән. Был ауыл муниципаль берәмектәрендәге уҡыусы урындары һаны буйынса иң ҙур мәктәп булып тора. Объект төҙөлөшө «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә финансланған, федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә 1 миллиард 133 миллион һум йүнәлтелгән.

Төҙөлөш 2023 йылдың 9 мартында башланғайны.

Республика етәксеһе тантананан һуң кабинеттарҙы, ашхананы, спорт залын ҡарап сыҡты, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән аралашты.

Мәктәп директоры Ильяс Закиров һүҙҙәренсә, бында 57 уҡытыусы эшләй, бөгөнгә 37 класта 980 бала уҡый. Киләһе уҡыу йылында иһә 2500 баланы ҡабул итергә әҙерләнәләр.

Уҡыусыларҙың туҡланыуын «Туҡланыу үҙәге» йәмғиәте ойоштора.

Иглин ауылында 6894 бала уҡый, 3365 уҡыусы – икенсе сменала. 7-се мәктәпте сафҡа индереү икенсе сменала белем алған уҡыусылар һанын 2653-кә тиклем кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-05/v-sele-iglino-bashkirii-otkryli-novuyu-srednyuyu-obscheobrazovatelnuyu-shkolu-3996094

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика