

Баймаҡ уҙаманы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальонының элемтә взводы яугирҙәренә яңы «питбайк» ебәргән.
Хәрби хәбәрсе Илдар Юлдыбаев «Башинформ»ға хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ үҙенең исемен әйтмәүҙәрен үтенгән.
— Пенсионерға 66 йәш. Ул ысын күңелдән яугирҙәргә ярҙам итергә, еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә теләй, — тине Илдар. — Бындай мотоциклдар хәрби бурыстарҙы башҡарыу өсөн бик кәрәк. Юлһыҙ урындарҙан мотоцикл елдереп кенә үтеп китә.
Башҡортостандың Урал аръяғы төбәге халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренә әүҙем ярҙам күрһәтә. Баймаҡ районы төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән 26 гуманитар йөк оҙатты. «Башинформ» шулай уҡ Ейәнсура районынан ағалы-энеле өс бер туғандың махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.