Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан дүрт көнлөк эш аҙнаһы башланды. Ул 5 ноябрҙән 8-енә тиклем дауам итә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылдың ноябрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бәйле ял йәкшәмбе, 3 ноябрҙә башланды һәм 4 ноябргә (дүшәмбе) тиклем дауам итте. Ял көнөн 30 апрелгә күсереү сәбәпле шәмбе, 2 ноябрҙә, эш көнө булды. Шуға Башҡортостан халҡы май байрамдарында 28 апрелдән 1 майғаса ял итте.