Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы ҡыҫҡа була, тип иҫкә төшөрҙөләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
«Республика көнө уңайынан йома, 11 октябрҙә, ял итәбеҙ. Кесе йома, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара», — тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығында.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 11 октябрҙән 13-нә тиклем ял көндәре тип иҫәпләнә.
«Әгәр 11 октябрҙәге байрам отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Хеҙмәт министрлығында.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылдың ноябрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ял көндәре йәкшәмбе, 3 ноябрҙә башлана һәм 4 ноябргә (дүшәмбе) тиклем дауам итә. Шәмбе, 2 ноябрҙә, эшләйбеҙ (ял көнө 30 апрелгә күсерелде). Шуға ла Башҡортостан халҡы май байрамдарында 28 апрелдән 1 майға тиклем ял итте.