Йәрмәкәй ауылынан Рәфил Хәкимов исемле уҙаман махсус операция биләмәһенә «Урал» мотоциклын ебәргән. Был хаҡта Йәрмәкәй районы хакимиәтенә һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр иттеләр.
«Мотоциклым яугирҙәребеҙгә хәрби бурыстарын үтәргә ярҙам итһен», — тигән теләктәрен еткерҙе ул.
Билдәле булыуынса, махсус операция биләмәһенә «тимер атты» ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән яҡташыбыҙ илтеп бирергә тейеш.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Бөрө районының «Победа» гәзите мөхәррире Винер Йыһаншин үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды.